-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2010, 16:42

Нәфсеңде тыя белмәһәң...

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе һыңар аяҡлы 62 йәшлек пенсионер ҡатындың мутлашыуы тураһында уҡып, еңел аҡса табыу ысулдары бик киң икән, тип уйлап ҡуяһың. Ике йыл ярым эсендә пенсионер ҡатын «асыҡ ауыҙ»ҙарҙы 14 миллион һумдан да артығыраҡҡа һемәйткән: утыҙлаған кешенең һәр береһенә льготалы хаҡ менән икенсел торлаҡ фондынан фатир һатып алып биреүҙә ярҙам итергә вәғәҙә итә ул: йәнәһе, уның ҡала хакимиәтендә яҡшы таныштары бар. Кеше һүҙенә ышанып барыусылар алдаҡсы ҡатынға аҡсаларын үҙ аяҡтары һәм ҡулдары менән килтереп биргән.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе һыңар аяҡлы 62 йәшлек пенсионер ҡатындың мутлашыуы тураһында уҡып, еңел аҡса табыу ысулдары бик киң икән, тип уйлап ҡуяһың.
Ике йыл ярым эсендә пенсионер ҡатын «асыҡ ауыҙ»ҙарҙы 14 миллион һумдан да артығыраҡҡа һемәйткән: утыҙлаған кешенең һәр береһенә льготалы хаҡ менән икенсел торлаҡ фондынан фатир һатып алып биреүҙә ярҙам итергә вәғәҙә итә ул: йәнәһе, уның ҡала хакимиәтендә яҡшы таныштары бар. Кеше һүҙенә ышанып барыусылар алдаҡсы ҡатынға аҡсаларын үҙ аяҡтары һәм ҡулдары менән килтереп биргән.
«Блат» буйынса һәм арзаныраҡ фатирға эйә булыр­ға теләүселәрҙең тәүгеләре 2007 йылдың апрелендә үк табылған. Ярҙам итәсәгенә ышандырып, алдаҡсы үҙенең ҡорбандарына әҙерәк көтөргә ҡушҡан. Һәр ғаиләгә көтөр өсөн үҙ сәбәптәре табылып торған – йә кәрәк кеше отпускыла, йә ауырый, йә ашығыс эштә...
Был хәл артабан да дауам итер ине, әгәр ҙә 2009 йылдың аҙағында Стәрлетамаҡ эске эштәр бүлегенә бер юлы 30 ғариза килеп инмәһә. Шунда уҡ пенсионеркаға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Алдаҡсы үҙ «сәнғәте»нән тана, әммә уның ғәйебен асыҡлаусы эш күп булып сыға. Мут пенсионерға 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай.

Йәнбикә БАЙЫШЕВА.