-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2010, 16:37

Мәктәптәрҙең 66 проценты әҙер

Ведомство-ара комиссия мәктәптәрҙең 66 проценты ҡышҡа әҙерлеген раҫланы, тине БР Хөкүмәтендә видеоселектор кәңәшмәлә БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров. 676 мәғариф учреждениеһында 478 миллион һумлыҡ ремонт эштәре башҡарылған. Бүленгән аҡса 87 процентҡа үҙләштерелгән. ҡаҙанлыҡтарҙы ремонтлау планы 91 процентҡа башҡарылған. ҡаҙанлыҡтар әҙерлеген тикшереү һәм әҙерлек паспорттарын биреү график­ҡа ярашлы алып барыла. Быйыл мәғариф учреждениелары системаһында 1956 метр йылылыҡ трассаһына ремонт ҡаралған, эш 89 процентҡа үтәлгән. Бишбүләк, Борай, Дыуан, Өфө райондарында был эш тулыһынса атҡарылған.

Мәктәптәрҙә яғыулыҡ туплана. Республика буйынса мәғариф учреждениеларының ташкүмергә ихтыяжы – 75, утынға 71 процентҡа үтәлгән. Шулай ҙа ҡайһы бер райондарҙа был эш тотҡарлана. Мәҫәлән, Ишембай районында утын талап ителгән күләмдең 13 процент кимәлендә генә әҙерләнгән. ҡариҙел, Учалы райондарына дәғүәләр бар.
Энергияны һаҡлау буйынса ла күп эш башҡараһы бар. Мәктәптәрҙә электр энергияһы, йылылыҡ, газ менән һыу сығымдарына иҫәпләүсе прибор­ҙар ҡуйыла. 36 мәғариф учреждениеһы ҡаҙанлығы ҡаты яғыулыҡҡа күсерелә.
Президент Рөстәм Хәмитов министрҙың иғтибарын уҡыу йорттарындағы санитар нормаларға йәлеп итте:
– Благовещен районының Новонадеждино мәктәбе санитар нормалар буйынса ҡабул ителмәгән. Туймазы районының өс мәктәбендә эсәр һыу санитар-химик нормаға тап килмәй. Бына шулар менән шөғөлләнергә кәрәк.
Р. ЙӘНСУРИНА.