Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2010, 16:29

Өфөләге тимер юл вокзалы емерелергә мөмкинме?

Тимер юл вокзалына тышҡы яҡлап ҡараһаң, балҡып торғандай. Эскә инһәң генә күңел һүрелә – япмаһыҙ перрондар, штукатуркаланып бөтмәгән бина. Өфөнән китеүселәргә уғата ҡыйынға тура килә. Улар ремонт үткәрелмәгән иҫке кассалар залында интегә. Өҫтә урынлашҡан берҙән-бер ремонт эшләнгән поезд көтөү залына бик һирәктәр генә күтәрелә. Быйылғы эҫе йәйҙә унда 35 градус эҫелектә сыҙармын тимә. Ә поезға ултырырға йыйын­ғандар вагондарын перронда түгел, ә үткәүелдә (переход) көтөргә мәжбүр, сөнки ҡайнар ҡояш өтөп алып бара.

Өфөләге тимер юл вокзалы емерелергә мөмкинме?
Өфөләге тимер юл вокзалы емерелергә мөмкинме?
Тимер юл вокзалына тышҡы яҡлап ҡараһаң, балҡып торғандай. Эскә инһәң генә күңел һүрелә – япмаһыҙ перрондар, штукатуркаланып бөтмәгән бина. Өфөнән китеүселәргә уғата ҡыйынға тура килә. Улар ремонт үткәрелмәгән иҫке кассалар залында интегә. Өҫтә урынлашҡан берҙән-бер ремонт эшләнгән поезд көтөү залына бик һирәктәр генә күтәрелә. Быйылғы эҫе йәйҙә унда 35 градус эҫелектә сыҙармын тимә. Ә поезға ултырырға йыйын­ғандар вагондарын перронда түгел, ә үткәүелдә (переход) көтөргә мәжбүр, сөнки ҡайнар ҡояш өтөп алып бара.
Вокзалға трамвайҙа килмәүең хәйерлерәк, сөнки травалаторға сығыу юлы һаман да тимер ҡалайҙар менән ҡапланған. Трамвай туҡталышынан вокзал майҙанына үтеү өсөн 92 баҫҡыс төшөргә кәрәк. Ә был бишенсе ҡатҡа күтәрелеүгә тиң. Ауыр йөк күтәргән һәр оло йәштәге кешенең көсөнән килерҙәй эш түгел был.
Тимер юл вокзалын ремонтлау 2006 йылда уҡ башланғайны һәм бөтә комплекс 2007 йылдың көҙөнә, Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға төҙөлөп бөтөргә тейеш ине. Әммә эштәр тамамланмаған. Беренсе пландағы эштәрҙең дә бер өлөшө генә башҡарылған, ә автопарковка, ҡунаҡхана һәм бүтән заманса уңайлыҡтарҙы төҙөү тураһында һүҙ ҙә юҡ, башлағанын тамамлаһалар ҙа бик хуш әле.
Тәүҙә был төҙөлөшкә Рәсәй Хөкүмәтенең 2005 йылдың 28 сентябрендә сыҡҡан ҡарары буйынса 1,25 млрд һум аҡса бүленергә тейеш булған. Әммә бөгөн унда 3 млрд һум финанс тотонолған, тик хатта иң кәрәкле нәмәләр ҙә төҙөлөп бөтмәгән.
Вокзал яны майҙаны ҡалҡыулыҡ эргәһендә урынлашҡан. Шуға ла ул ҡалҡыулыҡтың өҫкө өлөшөн киҫеп ташлағандар. Тик уның аҫтындағы ерҙе нығытырға кәрәк. Тап ошо грунтты планлаштырылмаған нығытыу процесы эште туҡтатып торған һәм бөтә аҡсаны «йотоп» бөткән.
– Ерҙе нығытыуға күпме аҡса китәсәге алдан уҡ билдәле ине. Карстлы ерҙә уны нығытыу кисектергеһеҙ сара булып тора, – ти «БашНИИстрой»ҙың ер аҫты һәм махсус нигеҙ ҡоролмалары лабораторияһы мөдире Наталья Готман.
Тик хатта ошо эштәр ҙә һаман тамамланмаған.
– Был майҙан, дөрөҫөн әйткәндә, бик ҡурҡыныс, – тип һүҙен дауам итә Наталья Готман. – Карстың убылыуы бөтә вокзалға – әле милиция бинаһы урынлашҡан элекке техникумға, юлдарға, майҙанға, терәтеп тороусы ҡорамалдарға хәүеф менән янай. Проектта ҡаралған ерҙе нығытыу эштәренең әле 80 проценты ла эшләнеп бөтмәгән. Төҙөлөш министрлығына был турала хәбәр ителгән, әммә әлегә бер ниндәй ҙә ҡарарҙар ҡабул ителмәй.
– Эйе, эштәр тамамланмаған әле. Тик ер нығытыу икенсе план эше итеп ҡарала. Шуға ла төп эштәрҙе бөтөрмәйенсә республика был эшкә тотона алмай.
Бүтән подрядсыларҙың да бурыстары теүәл үтәлмәгән. Тик бере­һе лә аҡса бүленмәйенсә эштәрен дауам итергә йыйынмай. Баҡтиһәң, улар тир түгеп тапҡан аҡсаһын алып та бөтә алмаған икән. Мәҫәлән, «Башкирдортранспроект» институты вокзал яны комплексы проекты өҫтөндә эшләгән. Әммә аҡсаһыҙ ҡалған.
Әлегә тимер юлсылар беренсе сиратта төҙөлөргә тейешле нәмәләрҙе эшләп бөтөрөргә вәғәҙәләй.
– Беренсе сират эштәре менән мәшғүлбеҙ. Сменаға көн һайын унар кеше сыға. Эштәр бара, – тип хәбәр итә тимер юл вокзалдарының Куйбышев төбәк дирекцияһының баш инженеры Александр Бурмистров.
Вокзал ҡасан әҙер буласаҡ һуң, тигән һорауға төрлө ваҡытты әйтәләр. Капиталь төҙөлөш буйынса республика идаралығын тимер юлсылар, 2011 – 2012 йылдарҙа төҙөлөштө башлаясаҡбыҙ, тип ышандырғандар. Ә дирекция билдәһеҙ генә яуап бирҙе: «Вокзал комплексы 2015 йылға тиклем вокзалдар үҫеше концепцияһының беренсе этабына ингән, шәхси инвесторҙарҙы йәлеп итеү көтөлә». Ниндәй шәхси инвестор тураһында һүҙ бара һәм ремонт эштәре ҡасан башланасаҡ, тигән һорауға ғына береһе лә аныҡ яуап бирә алманы.
– Концепция әле тулыһынса яҙылып бөтмәгән, – тип белдерҙе Александр Бурмистров.
Капиталь төҙөлөш буйынса республика идаралығында төҙөлөштө тамамлар өсөн тағы ла бер миллиард һум кәрәк тип һанап сығарғандар. Ә әлегә беҙҙең алда эшләнеп бөтмәгән вокзал ғына түгел, ә ҡасан төҙөлөп бөтөрө лә билдәһеҙ хәүефле объект тора.

«Комсомольская правда» гәзитен файҙаланып,
Р. ДӘҮЛӘТОВА әҙерләне.
Читайте нас: