-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2010, 22:56

Шәп бүләк

Нуриман районы янғын һүндереүселәренә быйыл йәй ауырға төштө: әйләнгән һайын уларға янған ҡоро үләнде һүндерергә йәки шәхси секторҙағы янғындар менән көрәшкә сығырға тура килде.Район ҙур территорияны биләй, урындағы янғын һүндереүселәрҙең генә ресурстары етмәгәс, уларға Өфө гарнизоны ла ярҙам күрһәтте. Бының проблеманы ваҡытлы ғына хәл итеү икәнен аңлап, район башлығы, янғын һағының матди базаһын нығытыуҙы һорап, Өфө мэрына мөрәжәғәт итте. Нуримандарға «Урал» шассийында автоцистерна бүлеп бирелде. Махсус техника тулыһынса йыһазландырылған һәм файҙаланыуға әҙер. «Башинформ».