-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2010, 23:26

Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә

Кадрҙар форумы сиктәрендә секциялар эшенә йомғаҡ яһап, шуны әйтергә була: «Берҙәм Рәсәй» фирҡә­һенең был проекты киң танылыу аласаҡ. Әйткәндәй, секция темалары бер өлкәне лә ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышып төҙөлгән. Бында инициатива күрһәтеүселәргә бу­лыш­лыҡ та, агросәнәғәт комплексы потенциалы ла, юғары белем, киң мәғлүмәт саралары роле лә, йәштәр сәйәсәте лә күҙ уңында тотолдо.

Мәҫәлән, «Башҡортостан Респуб­лика­һында граждандар инициативаларын стимуллаштырыу: партия һәм йәмәғәт проекттары» тигән секцияла (БР Президенты ҡарамағындағы дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев алып барҙы) республикала эшләп килгән барлыҡ йәмәғәт ойошмалары, шул иҫәптән милли үҙәктәр вәкилдәре лә ҡатнашты. Гражданлыҡ инициативаһы тураһында һөйләгәндә, уның социаль үҙгәрештәр барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итеүен атамау мөмкин түгел. Йәштәр иһә яңы идеялар биреүсе төп көс һанала, шунлыҡтан инициатива ла күп осраҡта уларҙан килә. Власть органдары, йәғни яуаплы вазифа башҡарыусылар нәҡ ошоға иғтибарлы булырға тейеш. Әүҙем­ләшергә ваҡыт, тип тә бел­дерҙе секцияла сығыш яһаусылар. Был юҫыҡта муниципалитеттар йәш активистарҙы туплау өсөн дә тырышһын ине, тигән теләктәр яңғыраны.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең йәш гвардияһы»ның төбәк штабы начальнигы Константин Канунников әйтеүенсә, йәштәрҙең идеяларын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге лә күберәк. Сәйәси әүҙем йәш замандаштарыбыҙ артыуы ла – ыңғай күренеш. Мәҫәлән, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ла юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәне. Был – йәштәргә сәйәсәткә ныҡлы аҙым яһауҙа ҙур тәжрибә. Ә инде БР ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова кадрҙар резервында гүзәл заттарҙың һаны артыуын теләүен белдерҙе. Союз бының өҫтөндә эшләйәсәген дә әйтте.
Секцияла ҡатнашыусылар «Кадр­ҙар резервы – илдең профессиональ командаһы» программаһына индерелгән республика резервсылары тураһында электрон мәғлүмәт базаһы булдырыу кәрәклеген белдерҙе. Шулай уҡ форум резолюцияһына һәр төрлө проблемаларҙы хәл иткәндә халыҡтың, бигерәк тә йәштәрҙең әүҙемлеген күтәреү мәсьәләһен хәл итеүҙе индерергә тәҡдим итте.