-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2010, 22:55

Иң яҡшы автоинспектор

Федераль трассаларҙа тиҫтәләгән йылдар эшләгән КПМ-дарҙы бөтөрөп, заманса технологияларға эйәреп, юлдарҙа видеокамералар һанын арттырыу, бәлки, кемгәлер оҡшайҙыр ҙа: был рәүешле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы асыҡлауы, уларҙың ғәйебен иҫбатлауы һәм, әлбиттә, уларҙы яуапҡа тарттырыуы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡулай. Әммә, минеңсә, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, атап әйткәндә, пассажирҙар өсөн юл буйында хәрәкәт тәртибен һаҡлаусы тере автоинспек­тор­ҙарҙы күреү болоҡһоған күңелде тынысландыра. Сөнки юлдарҙа һәм урамдарҙа ҡағиҙәләрҙе боҙоусылар бихисап. Шунлыҡтан – йәшәһен автоинспекторҙар!

Ошо көндәрҙә республикабыҙҙың ике меңдән ашыу хеҙмәткәрҙе тәшкил иткән ДПС коллективының 72 ағзаһы араһында үткәрелгән профессиональ конкурс еңеүселәре асыҡланды. Унда өс егетебеҙ, һәр яҡлап белемен, уны ғәмәлдә ҡуллана белеүен күрһәтеп, «Иң яҡшы автоинспектор» исемен яуланы.
– Еңеүсегә дәғүәселәр араһынан «иң-иң»дәрҙе билдәләүе еңел булманы, сөнки һәр конкурсант яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Тик иң яҡшы берәү генә була, һәм ул республика ДПС-ы полкының 29 йәшлек лейтенанты Илфат Сәлимов, – тине конкурсҡа йомғаҡ яһағанда БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин.
Еңеүсе Балтас районында, әйткәндәй, Президентыбыҙҙың тыуған ауылында донъяға килгән. Ике бала тәрбиәләй. Ырымбур дәүләт университетының иҡтисад фа­культетын тамамлаһа ла, яҙмыш уны эске эштәр органына юлыҡ­тыр­­ған. ЮХХДИ подразделение­һында һигеҙ йыл эшләп тә өлгөргән.
Конкурстың тағы ла ике еңеүсеһе билдәләнде. Стәрлетамаҡтан 24 йәшлек кесе лейтенант Александр Федоров (2-се урын), был хеҙмәттә бер йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙенең профессиональ кимәлен лайыҡлы күрһәтә алды. Ә призерҙар араһынан иң өлкәне булған өлкән лейтенант Шамил Ибраһимов армия хеҙмәтенән һуң Өфө эске эштәр бүлеге ҡарамағындағы ЮХХДИ ДПС-ы полкында 13 йыл эшләп өлгөргән.
Республиканың иң яҡшы автоинспекторы Илфат Сәлимов алдында тағы ла ҙурыраҡ һынау тора – ул киләһе йылда Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Уға уңыштар теләргә генә ҡала.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.