Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2010, 22:57

Өфө мәктәптәренә – юғары тиҙлектәге интернет

«Уфанет» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә республиканың мәғариф учреждениеларын 1 сентябрҙән интернеттың юғары тиҙлекле ресурстары менән тәьмин итәсәк. Компания Өфөнөң бөтә мәктәптәренә лә 1 Мбит/сек тиҙлекле бындай мөмкинлекте бушлай бирергә риза. Әлеге ваҡытта компания баш ҡаланың 67 дөйөм белем биреү мәктәбен интернет менән тәьмин итә.«Уфанет» бер үк ваҡытта 10 Мбит/секундҡа тиклемге тиҙлектә мәктәптәр араһындағы дөйөм локаль селтәр булдырыу өсөн канал төҙөйәсәк.

Читайте нас в