Ерҙе дымландырыу ихтыяжы арта
БР Ауыл хужалығы министрлығында үткәрелгән кәңәшмәлә һүҙ алдағы ун йылда дымландырыласаҡ ер майҙанын арттырыу тураһында барҙы.Республика шарттарында уртаса дымландырыу нормаһы бер гектарға 1200 – 1400 кубометр тәшкил итә. Ә быйылғы ҡоролоҡ йылында ул 3000 – 3200-гә барып еткән. Дәүләт ойошмалары ҡарамағындағы дымландырыу системалары һаҡланып ҡалһа ла, оҙаҡ файҙаланыу арҡаһында улар реконструкциялауҙы талап итә. Дымландырыу системалары Дүртөйлө, Баҡалы, Өфө, Стәрлетамаҡ, Әбйәлил, Дәүләкән, Әлшәй райондарында бар.Кәңәшмәлә яһалма дымландырыуҙың төрлө ысулдары тәҡдим ителде һәм, төрлө шарттарҙы, малсылыҡ, үҫемлекселек ихтыяждарын иҫәпкә алып, киләһе 20 йылға дымландырыуҙы үҫтереү фаразланды.