-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2010, 22:53

Бөтә көс – мал аҙығы әҙерләүгә

Башҡортостан райондарында һәм унан ситтә пресланған бесән һәм һалам әҙерләүгә ауыл хужалығы предприятиеларының 64 пресс-йы­йыусыһы һәм 58 йөк тейәүсе механизмы йәлеп ителгән. Республика машина-технология станцияларының 100-ҙән ашыу пресс-йыйыусыһы мал аҙығын преслауҙа эшләй. Шулай уҡ республиканың ҡоролоҡтан зыян күргән райондарында йәшәүсе граждандарҙың шәхси хужалыҡтарын мал аҙығы менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтелә. Мал аҙығын ташыуҙа көн һайын 400 самаһы йөк машинаһы ҡатнаша – ауыл хужалығы ойошмаларына һәм шәхси хужалыҡтарға 30 мең тоннанан ашыу бесән һәм һалам ташылған.

Башҡортостан райондарында һәм унан ситтә пресланған бесән һәм һалам әҙерләүгә ауыл хужалығы предприятиеларының 64 пресс-йы­йыусыһы һәм 58 йөк тейәүсе механизмы йәлеп ителгән.
Республика машина-технология станцияларының 100-ҙән ашыу пресс-йыйыусыһы мал аҙығын преслауҙа эшләй. Шулай уҡ республиканың ҡоролоҡтан зыян күргән райондарында йәшәүсе граждандарҙың шәхси хужалыҡтарын мал аҙығы менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтелә.
Мал аҙығын ташыуҙа көн һайын 400 самаһы йөк машинаһы ҡатнаша – ауыл хужалығы ойошмаларына һәм шәхси хужалыҡтарға 30 мең тоннанан ашыу бесән һәм һалам ташылған.