Аҙыҡ-түлек хаҡы һиҙҙермәй генә даими артып торғас, әллә халыҡ күнеп китте, әллә кеҫәләре «ҡалынайҙы», баҙар-магазиндарҙа бер ҙә этеш-төртөш, аптырау-аһылдау күҙәтелмәй. Кешеләр үҙенә кәрәген сумкаһына йәтешләп һалып ала ла, артабан юллана. Шулай ҙа икмәк ҡиммәтләнер, ярмаларға хаҡ артыр инде, тип хәүефләнеңкерәп тә ҡуябыҙ.
Өфөнөң Үҙәк баҙарында, һәр ваҡыттағыса, халыҡ күп һәм улар аҙыҡ-түлекте түбәндәге хаҡтар буйынса һата һәм һатып ала.
Мәғлүмәттәр 18 авгусҡа ҡарата 1 кг аҙыҡҡа һумда бирелгән.
ҡарабойҙай
ярмаһы 61
Дөгө 38
Тары 20
Аҡ май 130
Һыйыр ите 160 – 230
Юғары сортлы
он (10 кг) 150
Шәкәр 39
Башлы һуған 30
Картуф 30
ҡауын 48
ҡарбуз 12
Сәскә балы 500
Йүкә балы 600
Кәзә һөтө 100
Эремсек 120