-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Август 2010, 16:43

Иҫке автомобилдәрҙән ҡотолоу сараһы дауам итә

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте иҫке автомобилдәрҙе утилләштереүҙең икенсе этабына өҫтәмә рәүештә 10 миллиард һум бүлде.– Тәүге этап – 200 мең танытма, 200 мең автомобиль – тулыһынса бойомға ашырылды. Уларҙың 190 меңдән күберәгенә контракт төҙөлдө. Әле программаның икенсе этабын атҡарыуға тотондоҡ, – ти РФ сәнәғәт һәм сауҙа министры Виктор Христенко.Башҡортостанда иһә программаның тәүге этабын үткәрә башлағандан бирле автомобилдәрҙе утилләштереү тураһында 12526 танытма бирелгән. Программа сиктәрендә 3821 автомашина һатылған. Икенсе этапта июль аҙағына 1762 танытма тултырылып, 615 автомобиль хужаһын тапҡан да инде.