-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Август 2010, 16:38

Донъя яңылыҡтары

Барак Обама ышандыра беләАҡШ Президенты ватандаштарын Мексика ҡултығында һыу инеү ҡурҡыныс түгеллегенә инандырыу маҡсатында унда ҡолас ташлап йөҙгән. Иҫегеҙҙәлер, ҡултыҡта, нефть ағып төшөү сәбәпле, экологик катастрофа хәле иғлан ителгәйне. Президент фекеренсә, авария эҙемтәләре ял итеүселәргә ҡамасау түгел. Барак Обама пляжға туғыҙ йәшлек ҡыҙын һәм ҡатынын да алып килгән. Нефть ағыу эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш һаман дауам итә. Флориданың күпселек пляждары асыҡ ҡала, шулай ҙа туристар һаны кәмегән. Әйткәндәй, американдар Обаманың отпускыһын башҡа уңайлы курортта үткәреүен тәнҡитләп тә маташҡан, шунлыҡтан Президент йәкшәмбелә ғаиләһе менән Мексика ҡултығына килгән дә инде. Мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, һыуға биш миллион баррель нефть аҡҡан.

Барак Обама ышандыра белә

АҡШ Президенты ватандаштарын Мексика ҡултығында һыу инеү ҡурҡыныс түгеллегенә инандырыу маҡсатында унда ҡолас ташлап йөҙгән.
Иҫегеҙҙәлер, ҡултыҡта, нефть ағып төшөү сәбәпле, экологик катастрофа хәле иғлан ителгәйне. Президент фекеренсә, авария эҙемтәләре ял итеүселәргә ҡамасау түгел. Барак Обама пляжға туғыҙ йәшлек ҡыҙын һәм ҡатынын да алып килгән. Нефть ағыу эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш һаман дауам итә. Флориданың күпселек пляждары асыҡ ҡала, шулай ҙа туристар һаны кәмегән. Әйткәндәй, американдар Обаманың отпускыһын башҡа уңайлы курортта үткәреүен тәнҡитләп тә маташҡан, шунлыҡтан Президент йәкшәмбелә ғаиләһе менән Мексика ҡултығына килгән дә инде. Мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, һыуға биш миллион баррель нефть аҡҡан.

Президент түгел, ә имам

Чечня башлығы Рамзан ҡадыров Президент һүҙенән баш тартыуын белдергәйне.
«Илдә бер генә Президент булырға тейеш, ул – Рәсәй Федерацияһы Президенты», – тигән ул, һәм уның матбуғат секретары бынан ары Чечняла «имам» етәкселек итәсәген күҙаллаған. «Чечня башлығы» тигән термин тураһында ла һүҙ бара. Нисек кенә булмаһын, «боҙ ҡуҙғалды». Рамзан ҡадыровты күршеләре лә хуплаған. ҡабарҙы-Балҡар, ҡарасай-Черкес Респуб­ликалары был турала иң тәүгеләрҙән булып хәбәр иткән. Төньяҡ Осетияла ла республика етәксеһе президент тип аталмай.
Чечня Президенты башҡа төбәктәргә өлгө күрһәтергә уйлай, ти Кремль чиновниктары. Бәлки, тиҙҙән, ысынлап та, уның ниәте килеп сығыр. Кем белә?

Тағы билдәһеҙ инфекция?!

Һуңғы арала Украинаны әллә ниндәй йоғошло сирҙәр йонсота башланы.
Дауаханаларға балалар күпләп эләгеүе ныҡ бор­соу­ға һала. Чер­нигов өлкәһенең Нежин ҡалаһы интернатында яңыраҡ билдәһеҙ ин­фекция эләктереп, өс бала сирләп киткәйне, хәҙер уларға тағы икәү ҡушылған. Интернатта нервы системаһы зарарланған кешеләр йәшәй. Үткән аҙнала унда биш кеше үлгәйне, барлығы ун биш кеше билдәһеҙ инфекциянан зыян күргән. Вирусты һаман билдәләй алмауҙары аптырата. Ә сир эпидемияға әйләнһә? Әле был хәлде Украина Президенты күҙәтеүгә алған. ҡала прокуратураһы енәйәт эше асҡан.