Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Август 2010, 16:48

Балалар һаны кәмегәндә мәктәпте нисек һаҡлап ҡалырға?

Быйыл республика август кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларҙы Бүздәк һәм Саҡмағош райондары ҡабул итте. Уҡытыусыларҙың форумында Башҡор­тостан Президенты Рөстәм Хәмитов, РФ мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Иван Лобанов, БР Президенты ҡарамағындағы дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, республиканың ми­нистрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары ректор­ҙары, директорҙар һәм уҡытыу­сылар ҡатнашты. Көндөң тәүге яртыһында кәңәшмәлә ҡатнашыусылар райондарҙың белем һәм тәрбиә усаҡтары менән танышты, уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең эш тәжрибәһен өйрәнде. Йола буйынса кәңәшмә үтәсәк райондарҙа белем биреү учреждениеларын төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә. Бүздәк һәм Саҡмағош райондары мәктәптәре һәм балалар баҡсалары ла ҙур яңырыу кисер­ҙе. Мәҫәлән, Бүздәк районы үҙәгендә ике мәктәптә тулыһынса реконструкция үткәрелгән. Яңы төҙөлгән төкәтмәләрҙә өҫтәмә уҡыу бүлмәләре, бөтә уңайлыҡтары булған яңыса йыһазландырылған ашхана урынлашҡан.

Балалар һаны кәмегәндә мәктәпте нисек һаҡлап ҡалырға?
Балалар һаны кәмегәндә мәктәпте нисек һаҡлап ҡалырға?
Читайте нас: