Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Август 2010, 16:44

Һалам-бесән, ит-һөт

13 августа Баймаҡ районында ҡоролоҡ эҙемтәләрен еңеп сығыу буйынса сираттағы оператив кәңәшмә уҙҙы. Кәңәшмәлә Урал аръяғы райондары хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралығы баш агрономдары, республика МТС-тары етәкселәре ҡатнашты, Баймаҡҡа ауыл хужалығы министры вазифаһында тәүге тапҡыр сәфәр ҡылыу­сы Азат Йыһаншин етәкселек итте. Кәңәшмәнең төп мәсьәләләрен ҡыҫҡаса ошолай билдәләргә була – нисек ҡышларға һәм киләһе йылды нисек ҡаршыларға?Беренсе мәсьәлә үҙ эсенә быйыл­ғы ҡытлыҡ шарттарында республиканың бөтә төр хужалыҡтарындағы мал фондын етерлек кимәлдә мал аҙығы менән тәьмин итеүҙе алһа, икенсеһе иһә киләһе йылдың яҙғы сәсеүенә бәйле булды. Быйылғы йылдың һабаҡтарын иҫәпкә алып, ҡасан, нимә сәсеүҙе алдан планлаштырыу ҡаралды.

Һалам-бесән, ит-һөт
Һалам-бесән, ит-һөт
13 августа Баймаҡ районында ҡоролоҡ эҙемтәләрен еңеп сығыу буйынса сираттағы оператив кәңәшмә уҙҙы. Кәңәшмәлә Урал аръяғы райондары хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралығы баш агрономдары, республика МТС-тары етәкселәре ҡатнашты, Баймаҡҡа ауыл хужалығы министры вазифаһында тәүге тапҡыр сәфәр ҡылыу­сы Азат Йыһаншин етәкселек итте.
Кәңәшмәнең төп мәсьәләләрен ҡыҫҡаса ошолай билдәләргә була – нисек ҡышларға һәм киләһе йылды нисек ҡаршыларға?
Беренсе мәсьәлә үҙ эсенә быйыл­ғы ҡытлыҡ шарттарында республиканың бөтә төр хужалыҡтарындағы мал фондын етерлек кимәлдә мал аҙығы менән тәьмин итеүҙе алһа, икенсеһе иһә киләһе йылдың яҙғы сәсеүенә бәйле булды. Быйылғы йылдың һабаҡтарын иҫәпкә алып, ҡасан, нимә сәсеүҙе алдан планлаштырыу ҡаралды.
Хакимиәттәр башлыҡтарының үҙ райондарында мал аҙығы әҙерләү торошо буйынса отчеттары хәл-әхүәлде тотошлай күҙалларға мөмкинлек бирҙе. Дөйөм алғанда, берәү ҙә ҡул ҡаушырып ултырмай – үҙҙәрендә етмәгән бесән-һаламды сит яҡтан ташып булһа ла, ауыр хәлдән юғалтыуһыҙ сығырға тырышалар. Баймаҡтар ҡырмыҫҡалы, Балаҡатай райондарынан һалам-бесән әҙерләп алды. Һүҙ юҡ – бындай мал аҙығының үҙҡиммәте алтын бәрәбәренә төшә, әммә хәҙерге ваҡытта малды имен ҡышлатыу хаҡында уйларға кәрәк.
Бөгөнгө көнгә, ауыл хужалығы идаралыҡтарының мәғлүмәттәренә ярашлы, дөйөм алғанда, Урал аръяғы райондарының бөтә төр хужалыҡтарында мал аҙығы дефициты 59,9 мең тонна тәшкил итә. Шартлы мал башына тәғәйен булған 20,5 центнер мал аҙығының әбйәлилдәр – 7,1 центнерын, баймаҡтар – 7,4 центнерын (13,4 центнер тейеш), белореттар – 7 центнерын (7,6 тейеш), ейәнсуралар – 7,9 центнерын (12,9 тейеш), йылайырҙар – 9,6 центнерын (10,4 тейеш), учалылар – 8,9 центнерын (10,4 тейеш), хәйбуллалар 8,4 центнерын (13,9 тейеш) әҙерләп-йыйып алған. Тимәк, ситтән ҡайтарғанда ла, барын йыйып алғанда ла тилберлек күрһәтергә, йәһәтерәк ҡыбырлар­ға кәрәк. «Айырыуса йыйылған, әммә ҡышҡы һаҡлау урынына алып барылмаған мал аҙығын урлатыуға, әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуймаҫҡа кәрәк», – тип билдәләп үтте Азат Салауат улы.
Бер нисә йыл рәттән килгән ҡоролоҡ ужым культураларына төплө иғтибар бирергә өйрәтте. Шулай, республикала быйыл 750 мең гектар ужым культуралары, шул иҫәптән 150 мең гектар бойҙай, 540 мең га арыш сәсергә иҫәп тотола. Был һандар, уҙған йылдағы менән сағыштыр­ғанда, 34 процентҡа юғарыраҡ. Ужым сәсеүенә Урал аръяғы 44 процент күләмендә орлоҡ менән тәьмин ителгән. Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Өфө, Благовещен, Ауырғазы райондары әҙерләгән 8600 тонна орлоҡто алып ҡайтып, ағыулап, сәсеүгә әҙерләп ҡуйырға кәрәк – был орлоҡтоң хаҡы тоннаһына 5,5 мең һумдан алып (арыштыҡы) 8,5 мең һумғаса.
Бесән, һалам. Ит, һөт. Тәүгеләре булмаһа, малыңды иткә тотонаһы ғына ҡала. Мал аҙығы етерлек булһа инде, һөтөн ҡайҙа илтергә, тигән һорау тыуа. Кәңәшмәлә халыҡтан йыйылған һөт өсөн иҫәпләшеү проблемаһы күтәрелде. «Урал аръяғы продукттары» ЯСЙ (Сибай ҡалаһы) директоры А. Коваленкоға нилектән һөт ҡабул итеүҙе туҡтатыуҙары, тапшырылған һөт өсөн бурыстары хаҡындағы һорауҙарға яуап бирергә тура килде.
Кәңәшмә барышында шулай уҡ ауыл халҡының малын һатып алыу мәсъәләһе ҡаралды. Эш тәртипкә һалынған: был юҫыҡта «Баш­племсервис» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы эшләй, уға халыҡ менән иҫәпләшеү өсөн 70 млн һум кредит бүленгән. Йәш ярым­ға тиклемге мал һатып алынып, ауыл хужалығы предприятиеларына лизинг буйынса һатыла. Шулай ҙа, ауыл халҡы үҙенең мал-тыуарын һатып ебәрергә бигүк ашыҡмай, айырыуса һуңғы ваҡытта – ямғыр яуған һайын бесән ҡалҡырына өмөт арта бара.
Кәңәшмәнең практик өлөшө «Ленин» АХК-һында уҙҙы һәм ужым культураларын сәсеүгә, шул иҫәптән орлоҡ ағыулауға бағышланды.

И. ҡАНСУРИН.
Читайте нас: