Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Август 2010, 21:40

Ағиҙел ҡалаһының киләсәген ҡайғыртып

Ағиҙел ҡалаһындағы төҙөлөп бөтмәгән Башҡортостан АЭС-ы базаһында төҙөлөш тармағына йүнәлешле индустриаль парк төҙөләсәк. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән «Росатом» дәүләт корпорацияһы башлығы Сергей Кириенко осрашыу барышында шундай һығымтаға килде.С. Кириенконың һүҙ­ҙәренсә, «Росатом» Рәсәй территорияһында һәм сит илдәрҙә туғыҙ атом электр станцияһы төҙөй, һәм Башҡортостан предприятиелары был объекттар өсөн продукция етештерә аласаҡ.

Ағиҙел ҡалаһының киләсәген ҡайғыртып
Ағиҙел ҡалаһының киләсәген ҡайғыртып
Ағиҙел ҡалаһындағы төҙөлөп бөтмәгән Башҡортостан АЭС-ы базаһында төҙөлөш тармағына йүнәлешле индустриаль парк төҙөләсәк. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән «Росатом» дәүләт корпорацияһы башлығы Сергей Кириенко осрашыу барышында шундай һығымтаға килде.
С. Кириенконың һүҙ­ҙәренсә, «Росатом» Рәсәй территорияһында һәм сит илдәрҙә туғыҙ атом электр станцияһы төҙөй, һәм Башҡортостан предприятиелары был объекттар өсөн продукция етештерә аласаҡ. Ин­дустриаль парк ҡала һәм республика өсөн дә файҙалы буласаҡ: бюджет килем менән тулыланасаҡ, ҡалала эшһеҙлек проблемаһы хәл ителәсәк. Яҡын арала индустриаль паркты төҙөү мәсьәләләрен тикшереү өсөн республикаға «Росатом» концерны етәкселегендә белгестәр төркөмө киләсәк.
Читайте нас: