Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2010, 17:47

Спорт һөйөүселәргә ҡаршы теракт

Уганданың баш ҡалаһы Кампалала яңғыраған ике шартлауҙа 64 кеше һәләк булған, йөҙләгән кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.Теракт халыҡ күпләп йыйылып, футбол буйынса донъя чемпионатының финал матчын ҡараған урында ойошторолған. Бер шартлатҡыс – ресторанға, икенсеһе спорт-барға ҡуйылған. Әлегә бер ойошма ла теракт өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмаған. Шулай ҙа полицияға енәйәтселәрҙе ҡайҙан табырға тип баш ватырға түгел – быға тиклем урындағы бер енәйәтсел ойошма футбол буйынса донъя чемпионатын ҡарауҙы, Көнбайыш музыкаһын тыңлауҙы, хатта унан килтерелгән компьютер уйындарын уйнауҙы ла тыйған «указ» баҫтырып сығарғайны.

Читайте нас: