Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2010, 03:34

Германияла хоккей буйынса сираттағы донъя беренселеге башланды

Рәсәй йыйылма командаһы Еңеү көнөндә үҙ төркөмөндәге Словакия хоккейсылары менән осрашты. Был юлы Вячеслав Быков, һуңғы ике йыл рәттән чемпион исемен һаҡлап ҡалыр өсөн, көрәшкә ошо составта сыҡты: Гребешков – Корнеев, Овечкин – Федоров – Семин; Куликов – Атюшов, Ковальчук – Фролов – Терещенко; Емелин – Никулин, Мозякин – Сушинский – Анисимов; Калинин – Денисов, Козлов – Афиногенов – Кулемин. ҡапҡа һағын Кошечкин, Еременко һәм Варламов һаҡлаясаҡ. Рәсәй уйынсылары, Словакиянан тыш, үҙ төркөмөндә ҡаҙағстан һәм Беларусь командалары менән уйнаясаҡ. Бөгөн башҡа төркөмдәрҙә дүрт осрашыу үтте, һәм көтөлмәгән сенсацияға килтерҙе.

Германияла хоккей буйынса сираттағы донъя беренселеге башланды
Германияла хоккей буйынса сираттағы донъя беренселеге башланды
Рәсәй йыйылма командаһы Еңеү көнөндә үҙ төркөмөндәге Словакия хоккейсылары менән осрашты. Был юлы Вячеслав Быков, һуңғы ике йыл рәттән чемпион исемен һаҡлап ҡалыр өсөн, көрәшкә ошо составта сыҡты: Гребешков – Корнеев, Овечкин – Федоров – Семин; Куликов – Атюшов, Ковальчук – Фролов – Терещенко; Емелин – Никулин, Мозякин – Сушинский – Анисимов; Калинин – Денисов, Козлов – Афиногенов – Кулемин. ҡапҡа һағын Кошечкин, Еременко һәм Варламов һаҡлаясаҡ.
Рәсәй уйынсылары, Словакиянан тыш, үҙ төркөмөндә ҡаҙағстан һәм Беларусь командалары менән уйнаясаҡ. Бөгөн башҡа төркөмдәрҙә дүрт осрашыу үтте, һәм көтөлмәгән сенсацияға килтерҙе. Әйтәйек, Дания командаһы Финляндия хоккейсыларын 4:1 иҫәбенә отһа, беренселек хужалары АҡШ-ты өҫтәмә ваҡытта 2:1 иҫәбенә еңде.
Олимпия уйындары чемпионы, Канада командаһы Италиянан (5:1) көслөрәк булып сыҡһа, Швейцария Латвияны 3:1 иҫәбенә отто.

Н. ТИМЕРОВ.
Читайте нас: