-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май 2010, 01:56

Беҙгә лә еңел булманы

Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата яҡшы хәбәрҙәр ишетеп торабыҙ. Һуғыштан ҡайтҡандарға бәхет йондоҙо асыла. Уларға машина өҫтөнә машина, өй өҫтөнә өй бирелә. Беҙҙең кеүек «һуғыш ҡалдыҡтары»на бер ни юҡ. Атай-ағайҙарыбыҙ тыуған ер өсөн, беҙ рәхәт йәшәһен өсөн һуғышып, баштарын һалды. Ғүмеребеҙҙә бер мәртәбә лә «атай», «ағай» тип әйтә алмайынса, 70-те лә тултырмайынса үлеп китәбеҙ. Шул ғәҙелме? Атайыбыҙҙың һуңғы хатын беҙ һаман да һаҡлайбыҙ. «Һуғышҡа инәбеҙ, теләктәр теләгеҙ», – тигән ул.

Беҙгә лә еңел булманы
Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата яҡшы хәбәрҙәр ишетеп торабыҙ. Һуғыштан ҡайтҡандарға бәхет йондоҙо асыла. Уларға машина өҫтөнә машина, өй өҫтөнә өй бирелә. Беҙҙең кеүек «һуғыш ҡалдыҡтары»на бер ни юҡ.
Атай-ағайҙарыбыҙ тыуған ер өсөн, беҙ рәхәт йәшәһен өсөн һуғышып, баштарын һалды. Ғүмеребеҙҙә бер мәртәбә лә «атай», «ағай» тип әйтә алмайынса, 70-те лә тултырмайынса үлеп китәбеҙ. Шул ғәҙелме?
Атайыбыҙҙың һуңғы хатын беҙ һаман да һаҡлайбыҙ. «Һуғышҡа инәбеҙ, теләктәр теләгеҙ», – тигән ул.
Беҙ биш бала ҡалдыҡ. Кинйәбеҙ ете айлыҡ ҡына, бишектә ине. Барыбыҙ ҙа кеше булдыҡ. 1925 йылғы ағайым командир булған, 18 йәше лә тулмайынса һәләк булған. Әсәйебеҙ үлгәнсе ошо улын көтөп иланы.
Беҙгә лә бында еңел булманы. Бәләкәй генә көйө эшләргә тырыштыҡ, утаныҡ, бесәнгә йөрөнөк. Ас-яланғаслыҡтан үлгән өсәр кешене бер ҡәбергә ҡуйҙылар. Етем үҫтегеҙ бит, тип, беҙҙең баштан бер кем һыйпамай. Беҙ ҙә хәҙер күп ҡалманыҡ – йыл һайын кәмеп торабыҙ, һуғыш ветерандары кеүек. Шул етем үҫкән балаларға ла бер йылы һүҙ әйтһәләрсе...
9 Май байрамында йыл да клуб эргәһенә барып, ветерандарҙы хөрмәтләгәндәрен ҡарап торабыҙ. Беҙҙең, һуғышта һәләк булғандарҙың балаларының, ике күҙенән – йәш, ә йөрәктәренән ҡан тамғанын бер кем белмәй ҙә, ишетмәй ҙә...

Миңнура МӨХӘМӘТДИНОВА.
Салауат районы,
Нәсебаш ауылы.