

Былтырғы уҡыу йылында тәүгә ойошторолған “Ғилем” олимпиадаһы Асҡарҙың Т. Күсимов исемендәге гимназияһында булғайны. Быйыл ул яңы асылған заманса белем усағы – «Хазина» полилингваль мәктәбендә ике көн барҙы.
Райондың төрлө белем усағынан 7, 8, 9 һәм 10-сы кластар башҡорт теле, математика, химия һәм физиканан белемен һынаны. Олимпиаданың тәүге онлайн турында ике меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашһа, финалға өс йөҙҙән ашыуы үтте. Айырыуса Т. Күсимов исемендәге гимназия, Әбделмәмбәт, Яңы Балапан, Хәмит, Буранғол, Красная Башкирия һәм Йәнгел мәктәптәренән ҡатнашыусы ҡыҙҙар һәм малайҙар күп булды.
“Олимпиада яңы еңеүҙәргә
старт бирһен...”
Олимпиаданы тантаналы асыуҙа район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Таһир Бәхтигәрәев, «НефтеПолис» инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фонды етәксеһе Фәнүр Йәһүҙин уҡыусыларға уңыштар теләне.
Проектҡа икенсе йыл рәттән ҙур финанс ярҙамы күрһәткән төп партнер – «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев предприятие йәш быуынға белем биреүгә ныҡлы иғтибар йүнәлтеүе һәм бының киләсәккә инвестиция булыуы тураһында һөйләне. Бөгөнгө олимпиадасыларҙың бер нисә йылдан инженер, геологтар буласағына оло ышаныс белдерҙе.
– Беҙҙең компания һәр ваҡыт үҫеп килгән быуын хаҡында хәстәрлек күрә. Балалар – беҙҙең киләсәк, аныҡлабыраҡ әйткәндә, предприятиебыҙҙың киләсәге. Шуға күрә олимпиадала техник фәндәргә, һәм, әлбиттә, туған телгә айырыуса иғтибар бүленә. Был сара Әбйәлил районы уҡыусыларына киләсәктә инженер, тау сәнәғәте белгесе һөнәрҙәрен һайлауға этәргес бирәсәк, тип иҫәпләйем. Беҙ артабан да «Ғилем»де дауам итербеҙ, уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға сара бик оҡшай, – тине үҙ сығышында «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев.
«Ғилем»де ойоштороусылар – «Нефтеполис» инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фонды, район мәғариф бүлеге һәм «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Был өс яҡлы хеҙмәттәшлектең үҙенсәлеге шунда: улар ҡыҫҡа ваҡытта меңәрләгән баланы сараға йәлеп итеп кенә ҡалмай, ә олимпиаданы иң юғары кимәлдә ойоштора. Бер йыл эсендә «Ғилем»дә ҡатнашыусылар һаны ғына түгел, уларҙың белем кимәле лә артты, тип билдәләне олимпиаданы ойоштороу комитеты рәйесе, Республика инженер лицей-интернаты директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Фәнүр Йәһүҙин.
– Уҡыусылар бөтә дисциплинаға ла ҡыҙыҡһыныу күрһәтә, шулай ҙа башҡорт теле иң популяр йүнәлеш булып ҡала. Артабан математика, физика, химия килә. Бының шулай булыуы аңлашыла, сөнки телде – беренсе, ә физиканы һәм химияны 7-се һәм 8-се кластарҙан өйрәнәләр. Балалар яҡшы әҙерлек күрһәтте, олимпиаданың онлайн этабында ҡатнашҡан ике меңдән ашыу уҡыусынан финалсыларҙы һайлап алыу ауырға тура килде. Улар араһында төрлө кимәлдәге олимпиада-конкурстарҙа еңеүселәр ҙә күп булды. Был да уҡыусыларҙың белемле, әүҙем булыуына дәлил. Һөҙөмтәлә икенсе турға бөтәһе 315 уҡыусы үтте, – тип билдәләне Фәнүр Тайып улы.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев уҡыусыларға уңыштар теләне һәм олимпиаданың белем үрҙәренә старт буласағын әйтте.
– Бөгөн бында райондың иң аҡыллы, шәп уҡыусылары йыйылған. “Ғилем” олимпиадаһы һеҙҙең белемегеҙҙе тикшереү генә түгел, киләсәк тормошоғоҙға яҡшы старт булһын! – тине Айрат Зиннәт улы.
Муниципалитет етәксеһе «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәевҡа райондың үҫешенә булышлыҡ иткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул, предприятие менән хеҙмәттәшлек күп социаль проектты тормошҡа ашырыу мөмкинлеген асты, тине.
– Уҙған йылда компания «Ирәндек» лагерында спорт майҙансығын асты, Буранғол мәктәбенең интернатын капиталь ремонтланы. Тиҙҙән предприятие Михайловка ауылында йәшәүселәрҙе борсоған проблеманы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәсәк, – тип һөйләне А. Әминев. – «Салауат» йәмғиәте көсө менән Михайловка ауылында бөтә уңайлылығы булған заманса спорт залы төҙөләсәк. Әлбиттә, улар районда башҡарған эштәр менән генә сикләнмәй. Киләсәктә лә уңышлы хеҙмәттәшлеккә өмөтләнәм.
Уҡыусылар үҙҙәре һайлаған предметтар буйынса белемен һынау өсөн кластарға йүнәлде. Улар туҡһан минут ваҡыт эсендә күнегеүҙәрҙе эшләп тапшырырға тейеш ине. Әйткәндәй, был көндә олимпиадаға килгән бөтә финалсыға бүләктәр – рюкзактар тапшырылды.
Ғилемле һәм зиһенле
уҡыусылар еңде
Олимпиада еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы мәктәптең тамашалар залында үтте. Уҡыусыларҙы район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ринат Ғирфанов, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев, район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Хәкимов, инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фонды директоры Фәнүр Йәһүҙин тәбрикләне. Улар сығыштарында, иң ғилемле һәм аҡыллы уҡыусыларҙы асыҡларға ярҙам иткән олимпиада балаларға уҡыуҙарында дәртләндереү сараһы булыр, тигән ышаныс белдерҙе.
Финалсылар араһынан төрлө предмет буйынса 45 уҡыусы иң белемле тип табылды. Йөҙҙәре шатлыҡтан балҡыған малайҙар һәм ҡыҙҙар грамоталар һәм ҡиммәтле бүләктәр алды. Бер-бер артлы сәхнәгә райондың иң алдынғы, әүҙем уҡыусылары сыҡты. Балаларға дипломдар һәм шәп приздар әҙерләнгәйне: беренсе урынға – аҡыллы колонкалар, икенсегә – смарт-сәғәт һәм өсөнсө урын өсөн наушниктар. Һәләтле уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусылар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы, педагогтарға планшеттар һәм сағыу гөлләмәләр бүләк ителде. Шулай уҡ олимпиаданы ойоштороусылар иң күп уҡыусылар һаны буйынса лидер булған учреждениеларҙы билдәләне. Шул рәүешле Хәмит, Әбделмәмбәт һәм Яңы Балапан мәктәптәре алға сыҡты. Был белем усаҡтары етәкселәренә күп функциялы принтерҙар тапшырылды.
Физика буйынса еңеүсе – Асҡарҙың Таһир Күсимов исемендәге гимназияһының 7-се класы уҡыусыһы Усман Теләүғолов (уҡытыусыһы Дилара Камалова) бөтә фәндән яҡшы өлгәшә, төрлө кимәл олимпиада-конкурстарҙа еңеүҙәре күп: “Мин “Ғилем” олимпиадаһында беренсе тапҡыр ҡатнашам. Үҙемдең яратҡан фәнем – физика буйынса белемемде һынап ҡарарға булдым. Заданиелар ҡатмарлы булһа ла, тиҙ эшләй алдым, сөнки уҡытыусым Дилара Юлай ҡыҙы һәм атайым менән ныҡлы әҙерләндем. Әлбиттә, еңеүем өсөн ныҡ ҡыуандым. Киләһе йылдарҙа яратҡан дәрестәрем – химия һәм башҡорт теле – буйынса ҡатнашып ҡарарға теләйем”, – тип һөйләне ул.
«Нефтеполис» инженерлыҡ мәктәптәрен үҫтереү фонды һәм «Салауат» йәмғиәте ярҙамында ойошторолған «Ғилем» олимпиадаһы райондың һәләтле уҡыусылары өсөн яңы ҡаҙаныштарға юл асты. Электән көслө математиктары менән дан тотҡан Йәнгел мәктәбенең уҡыусылары был юлы ла һынатманы. Тәжрибәле математик Эльза Ғәлина әҙерләгән етенсе класс уҡыусыһы Ислам Күсәрбаев олимпиада пьедесталының юғары баҫҡысына күтәрелде. Ә уҡытыусыһы Әлфиә Борисова етәкселегендә шәп ҡыҙ Руфина Сәйфуллина икенсе урын яуланы.
Райондың төпкөл ауылы – Хәмит мәктәбе уҡыусылары өсөн олимпиада уңышлы булды. 9-сы класс уҡыусыһы Көнһылыу Мөхәмәтйәнова үҙенең остазы Илһөйәр Абдуллинаны ҡыуандырҙы, сөнки ул башҡорт теле буйынса еңеүсе тип танылды. Математик Гөлиә Баһауетдинова әҙерләгән 8-се класс уҡыусыһы Фәнүз Мөлөков иң ҡатмарлы фәндә алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне.
«Ғилем» олимпиадаһы райондың һәләтле уҡыусыларына яңы ҡаҙаныштарға юл асты. Айырыуса Т. Күсимов исемендәге гимназия уҡыусылары әүҙемлеге менән айырылып торҙо. Олимпиадаға 114 гимназист ғариза биргән, ә икенсе турға үткән уҡыусылар белем усағы данын лайыҡлы яҡлаған. Башҡорт теле буйынса олимпиадала ҡатнашыусыларҙы Альбина Муллахмәтова әҙерләгән. Уҡыусылары уҡытыусыларының өмөтөн аҡланы: Айгүзәл Аллаярова (7-се класс) — беренсе урын, Айгизә Мәғәфүрова (9-сы класс) — икенсе урын, Гөлиә Иғдисамова (8-се класс) — өсөнсө урын. Уҡыусылар «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте әҙерләгән шәп бүләктәргә айырыуса шат. Уларҙың остазы Альбина Ринат ҡыҙы Муллағолова балаларға бындай мөмкинлек биргән олимпиада тураһында үҙ фекере менән уртаҡлашты:
– Беҙҙең уҡыусылар былтыр ҙа «Ғилем» олимпиадаһында ҡатнашты һәм еңеүсе булды. Быйыл да һынатманыҡ. Барлыҡ ойоштороусыға башҡарған кәрәкле эштәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Мине иң ҡыуандырғаны – теүәл фәндәр химия, физика, математика менән бер рәттән – башҡорт теленә лә лайыҡлы иғтибар бирелеүе. Абруйлы олимпиада беҙҙең өсөн сираттағы һынау ғына түгел, ә белемгә, үҫешкә ҙур аҙым булды. Үҙеңде күрһәтеү һәм баһалап бөткөһөҙ тәжрибә туплау мөмкинлеге өсөн рәхмәт!
Сиҙәм урта мәктәбе лә "Салауат" йәмғиәте ярҙамында ойошторолған "Ғилем" олимпиадаһы еңеүселәре менән ғорурлана ала. 8-се класс уҡыусыһы Арина Ҡотләхмәтова физикала формулаларҙы яҡшы белеүҙән тыш, ныҡышмалылыҡ та кәрәклеген иҫбатланы һәм беренсе урын яуланы. Уҡыусының уңышы — педагог Айһылыу Өмөтбаеваның хеҙмәт һөҙөмтәһе. Ә химия буйынса 9-сы класс уҡыусыһы Айгөл Мөхәрләмова остазы Әлфиә Шәрәфетдинова етәкселегендә әҙерләнгән һәм олимпиадала икенсе урын алды. Математика буйынса икенсе урында – Динир Йосопов, уның еңеүендә уҡытыусыһы Хәлимә Таңғатарованың өлөшө ҙур.
"Ғилем" уҡыусыларҙың белемен тикшереү генә түгел, райондың иң аҡыллы, көслө һәм ғилемле уҡыусыларын асыҡлау майҙансығына әүерелде. Олимпиада һөҙөмтәләре Әбйәлил районының тырыш, зирәк малайҙарын һәм ҡыҙҙарын яңы белем үрҙәренә әйҙәһен. Ғилемлеләрҙе асыҡлар яңы “Ғилем”дә осрашҡанға тиклем!
Буранғол урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәйлә Ғибәҙәтова үҙенең уҡыусыһы Миләүшә Шаһивәлиеваның еңеүе тураһында ғорурлыҡ менән һөйләй:
– Был олимпиадала икенсе йыл ҡатнашабыҙ. Былтыр ике уҡыусым – Миләүшә Шаһивәлиева менән Дилара Ғәбитова – үҙҙәрен һынап ҡараны һәм призлы урындар яуланы. Быйылғы олимпиада ҙур еңеү килтерҙе – 8-се кластан Миләүшә Шаһивәлиева беренсе урынға лайыҡ булды. Мин уҡыусым өсөн бик шатландым. Ул – башҡорт телен, тарихын яратҡан тырыш ҡыҙыҡай. Уҡыусылар өсөн башҡорт теленән олимпиада үткәрелеүе, әлбиттә, ҡыуаныслы. Балаларыбыҙ рус теленә үтә бирелеп, телебеҙ онотола барған ваҡытта, был олимпиада балаларҙа телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Барлыҡ уҡыусы бүләктәр алып, ҡанатланып ҡайтты. Уҡыусыңдың еңеүе – педагогтың эш һөҙөмтәһен таныу. Һәр эште ваҡытында күреп, баһалай белеү кәрәк. Был йәһәттән "Ғилем" олимпиадаһын ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.
Миләүшә ШАҺИВӘЛИЕВА, Буранғол мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы:
– «Ғилем» олимпиадаһында ҡатнашыу бик окшаны. Минең өсөн иң ауыры – тәүге минуттарҙағы тулҡынланыуҙы еңеү ине. Заданиелар ҡыҙыҡлы булды, бөтә иғтибар-зиһенде туплауҙы талап итте. Бирелгән ваҡытта эшләп өлгөрмәҫмен, тип борсолғайным. Әлбиттә, еңеүемә былтырғы тәжрибәм ярҙам иткәндер, тип уйлайым. Миңә ышаныс белдергән, ваҡытын йәлләмәй олимпиадаға әҙерләгән уҡытыусым Нәйлә Камил ҡыҙына рәхмәт!
Яңы Балапан мәктәбе "Ғилем" олимпиадаһында "Салауат" йәмғиәтенең махсус бүләкгенә лайыҡ булды. Был белем усағынан йәмғеһе 15 уҡыусы финалға сыҡты һәм шуларҙың етәүһе призлы урындар яулауға өлгәште. Бына улар – Яңы Балапан мәктәбен данлаған еңеүселәр: Шамил Ишмөхәмәтов химиянан беренсе, Рәмзилә Фәррәхова өсөнсө урын яуланы, уҡыусыларҙы олимпиадаға уҡытыусылары Резеда Ҡорманаева әҙерләгән. Рәмзилә икенсе тапҡыр был олимпиадала призер булды.
Гөлсибәр Байғәҙәмова икенсе йыл рәттән башҡорт теленән еңеүсе тип танылды, уҡытыусыһы – Лилиә Зәйтүнова. Айзилә Дуланова математиканан алдынғылыҡты бирмәне, уҡытыусыһы – Ғәшүрә Йомағужина. Алтынай Бүләкбаева физиканан еңеү яуланы, уҡытыусыһы Юлиә Ғайсина.
Лилиә ЗӘЙТҮНОВА, Яңы Балапан урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
– Олимпиада йыл да юғары кимәлдә үтә, уҡыусылар теләп ҡатнаша. Әлеге еңеүселәр араһында Гөлсибәр Байғәҙәмова былтыр ҙа башҡорт теленән еңеүсе булды. Тырыш һәм әүҙем ҡыҙ ул: 8-се кластан Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында йыл һайын йә еңеүсе, йә призер була. Уҙған йылда туған телдәр буйынса Федераль олимпиадала 2-се урын алды. Гөлсибәрҙең киләсәктә яҡшы телсе булырына иманым камил. Белемле, һәләтле уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың эш һөҙөмтәһен күрә белеүҙәренә, дәртләндереп тороуҙарына, матур бүләктәренә рәхмәт.
Гөлсибәр БАЙҒӘҘӘМОВА, олимпиада еңеүсеһе:
– Үҙ көсөмдө һынап ҡарауыма һәм еңеүемә бик шатмын. Олимпиадала математика, физика, химия менән бер рәттән туған телебеҙ — башҡорт теленең булыуы айырыуса ҡыуаныслы. Биремдәр миңә бик оҡшаны: улар логик фекерләүҙе талап итә һәм фәнгә ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә. Үҙемде ысын йәш интеллектуал итеп тойҙом. Ойоштороусыларға, беҙгә үҫешергә мөмкинлек биргән уҡытыусыларыбыҙға рәхмәт!
Динара САФИУЛЛИНА.
Әбйәлил районы.