Самат тиҙ генә ашыҡ-бошоҡ дәрестәрен ҡараны ла, тамағына ла ашап тормай, әсәһе ҡайтмаҫ элек тип, йәһәт кенә кейенеп, дуҫы Булаттарға йүгерҙе. Үҙе куртка кеҫәһендә ятҡан шырпы ҡабын әленән-әле ҡапшап ала, төшөп ҡалмаһын, йәнәһе. Кисә уны өләсәһенең аласығындағы мейес көлдөксәһенән алғайны, өләсәһе күрмәҫ элек тип, кеҫәһенә тыҡты.
Бына шул шырпы тынғы бирмәй, бөгөн мәктәптә лә дәрес бөтөрөн саҡ көтөп алды. Атаһы менән әсәһе эштә, ағаһы менән апаһы әле һаман мәктәптән ҡайтып етмәгән. Улар ҡайтмаҫ элек шырпы менән уйнап алырға иҫәбе. Шырпының уйынсыҡ түгеллеген Самат бик яҡшы аңлай ҙа ул, аңламаҫҡа ни, әленән-әле мәктәптә уҡытыусылар, өйҙә атай менән әсәй тылҡып ҡына тора, тик ҡыҙыҡһыныусанлығы малайҙы барыбер еңде.
Самат Булатҡа килгәндә, уныһы әле яңы сәй эсеп ултыра ине, Булаттың әсәһе Сания апай:
– Самат, әйҙә үт, сәй эсәйек, – тип малайҙы табынға саҡырҙы.
– Юҡ, рәхмәт, мин өйҙә эсеп сыҡтым, – тине ул, үҙенең алдашҡанынан уңайһыҙланып, Булатҡа ҡарап ишеккә ымланы, тегеһе ашығып сәйен дә эсеп тормай, әсәһенең, яйлап аша, тигәненә лә ҡарамай дуҫына эйәреп тышҡа сыҡты.
– Нимә булды? – тине Булат курткаһын элә-элә.
– Әйҙә, бер нәмә күрһәтәм. Самат серле генә дуҫына шыбырлап. – Саҡ ҡына ситкә китәйек.
Эйәртенешеп гаражға инделәр, Самат гаражды байҡап сыҡты ла, уларҙан башҡа бер кем дә юҡлығына ышанғас, ипләп кенә кеҫәһенән баяғы шырпы ҡабын килтереп сығарҙы.
– Күрҙеңме, миндә нимә бар, – тине Самат эре генә.
– Эсендә нимә инде, сиңерткә йә деңгәсәйҙер күп булһа, – тине Булат иҫе китмәй генә.
– Был ваҡытта ниндәй сиңерткә булһын. Бына нимә! – Самат ҡапты асып дуҫына күрһәтте.
– Шырпы... – Булат аптырап китте. – Ҡайҙан алдың уны?
– Таптым! – тине малай. – Әйҙә, сыйып ҡарайыҡ.
– Ярамай! Һин нимә! Янғын сығармаҡсыһыңмы?
– Иииии! Ҡурҡаҡ! – Самат Булатты ирештерергә кереште.
– Мин ҡурҡаҡ түгел! – тине малай үртәлеп. – Оноттоңмо ни былтыр йәй нимә булғанын?
Үткән йәй бер бәләкәс малай шырпы менән уйнап, янғын сығарҙы, өйҙәре янып, бер нәмәһеҙ тороп ҡалған ғаиләне иҫенә төшөрҙө Булат, ярай әле үҙҙәре иҫән ҡалды. Ана, хәҙер өй урынында янғындан ҡалған бүрәнәләр генә ҡурҡыныс булып һерәйеп тора.
– Ҡурҡаҡ инде, бер шырпы сыйғандан ғына янғын сыҡмай ул! – тине Самат эре генә. – Теге көн Рөстәм менән бер ҡап шырпыны яғып бөттөк, бер ни ҙә булманы. Бер фокус күрһәтәм, тигәйнем һиңә...
– Йә, ярар, – тип ризалашты Булат. – Күрһәт фокусыңды. – Малай ҡыҙыҡһыныуын еңә алманы. – Әйҙә, йәһәтерәк булайыҡ, атай ҡайтмаҫ элек, күреп ҡалһа, кәрәкте бирер.
– Бына ҡара! – Самат бер шырпы бөртөгөн алып, ҡаптың ҡабырғаһындағы сыя торған еренә баҫтырып тотто ла икенсе ҡулы менән шырпыға сирткәйне, ул тоҡанып, әллә ҡайҙа осоп китте.
– Ух! Ҡайһылай шәп килеп сыҡты! – тип Булат ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Ҡысҡырма шул тиклем, йә берәйһе ишетеп ҡалыр.
– Мин дә һыҙып ҡарайым әле. – Малай иптәшенән шырпыны тартып тигәндәй алды.
Самат шикелле итеп шырпыны ҡуйҙы ла, сиртеп ебәрҙе, тик тоҡанып осоп китер урынға шырпы урталай һынды, малай икенсеһен-өсөнсөһөн алды, улары ла тоҡанманы, ергә ҡойола торҙо. Самат асыуланып:
– Шырпыны бөтөрәһең инде, бир бында! – тип тартып алмаҡсы булды.
– Тағы берҙе генә тоҡандырып ҡарайым да... – Булат тағы бер шырпы бөртөгөн алып ҡуйҙы ла сиртеп ебәрҙе, быныһы осоуын осто, тик тоҡанманы. – Эх! Минән булмай... – тип Булат, шырпыны дуҫына бирҙе.
– Ҡайғырма, өйрәнәһең ул, тәүҙә минең дә килеп сыҡманы, – тип Самат дуҫын йыуатты.
– Тағы ниндәй фокус беләһең? – тине Булат.
– Башҡа белмәйем, – тип яурындарын һикертте Самат һәм бер-бер артлы шырпы бөртөктәрен сиртеп осора башланы.
– Йә, етәр, – тине Булат. – Әйҙә башҡа бер нәмә эшләп ҡарайыҡ.
Малайҙар сүгәләп ултырҙы, Самат шырпы бөртөктәрен ергә ҡаҙап сыҡты ла, уларҙы тоҡандырып ебәрҙе. Янған ыңғайы баяғы шырпы бөртөктәре әле бер, әле икенсе яҡҡа бөгөлә-һығыла янып бөттө.
Малайҙар оҙаҡ уйнап ултыра алманы. Янған еҫ сыҡҡанын тойоп, һикереп торҙолар.
Баяғы сиртеп осорған шырпының береһе өйөлөп ҡуйылған запас тәгәрмәстәр өҫтөндә ятҡан ҡул һөртә торған майлы сепрәк өҫтөнә төшкән икән.
– Самат! Яна бит! Һүндерә һалайыҡ! – Булат ҡото осоп ҡысҡырып ебәрҙе.
Самат күп уйлап торманы, аяҡ аҫтында ятҡан резина камераны алып ут өҫтөнә ырғытты, тик камера ситкә барып ятты, ут тағы көсәйеп яна башланы, малайҙарҙың бөтөнләй ҡото осто, ут тәгәрмәстәргә ҡапһа, эш харап ине.
– Һыу кәрәк! Һыу! – тине Булат, гараж төтөн менән тула башланы, ут хәҙер Самат ырғытҡан камераға тоҡанып, сытырлап ҡап-ҡара төтөн сығарып яна.
– Был һауытта нимә? – Самат сар эргәһендә торған һауытҡа ымланы.
– Һыу шикелле. – Булат төтөнгә сәсәй башланы, тын алыуы бөтөнләй ауырлашты, күҙҙе асырлыҡ түгел, әсетә, ә Самат баяғы һауытты алды ла нимә икәнен ҡарап тормай, ут өҫтөнә һипте, тик ут тағы көсәйҙе, түбә таҡтаһына етеп яна.
– Һыу булмаған бит! – Самат ҡурҡып, Булатҡа ҡараны.
– Нимә һуң ул? – Булат сәсәй башланы.
– Белмәйем... Самат аптырап тирә-яғына ҡаранды, тик төтөн эсендә бер ни ҙә күрерлек түгел ине.
– Сар эргәһендә... бер биҙрәләй һыу булырға тейеш ине, һин яңылыш тимер йыуа торған... бензинды һипкәнһеңдер... – Булат төтөнгә түҙмәй, сүкәйеп ултырҙы.
Самат үҙенең янғын ойошторғанын аңлап, нисек тә утты үҙе һүндерергә тырыша ине, тик бер ни ҙә килеп сыҡмай. «Ҡыҙыл әтәс» бөтөнләй ҡотороп, түшәмгә күсте. Янғындан бүленеп сыҡҡан ағыулы еҫ малайҙарҙың тынын ҡурҙы, хәлдәрен алды, тик Самат бирешергә теләмәне. Шәберәк-шәберәк, тине малай, тәгәрмәстәрҙе йығырға кәрәк, тип уйлап алды, кәпәсен күҙенә тиклем төшөрҙө, ҡулдарын ең эсенә йәшерҙе лә йүгереп барып тәгәрмәстәрҙе этте, тик хәлһеҙләнгән Саматтың ғына ҡулынан килерлек түгел ине, тағы этте, тағы этте, ут малайҙың битен, ҡулдарын яндырҙы...
– Самат! Самат! Әйҙә сығайыҡ, берәйһен саҡырайыҡ... – Булаттың тауышы тоноҡ ҡына алыҫтан ишетелде Саматҡа. Бөтөнләй хәле бөттө, башы ярылып килгәндәй ауырта малайҙың, үҙен тәрән упҡынға осҡан кеүек итеп тойҙо.
Реанимацияла ғына аңына килде Самат, янғындан бүленеп сыҡҡан һөрөм газына ныҡ ағыуланғайны ул. Етмәһә, утҡа бешкән бите, ҡулдары әсетеп, йөрәккә үтеп әрней. Саҡ күҙҙәрен асып, тирә-яғына ҡараны, эргәһендә торған шәфҡәт туташынан:
– Мин ҡайҙа ул? – тип саҡ һорай алды.
– Һин реанимацияла, ҡустым, – тип ул йылмайып малайға ҡараны.
– Булат ҡайҙа?
– Ҡайғырма, Самат, дуҫың үҙен яҡшы тоя... Тик бына аяғы һынған, гипс һалып өйөнә ҡайтарҙылар. – Шәфҡәт туташы малайҙың башынан һыйпаны. – Һин дә шәбәйерһең әле.
– Аяғы һынған? Малай аптырап ҡатынға ҡараны. – Нисек һынған? – Самат торорға итте.
– Ҡустым, һиңә торорға иртәрәк әле, хәлең яҡшырғансы ятып торорға тура килер, – тине шәфҡәт туташы, малайҙы тынысландырырға теләп.
Малай ыңғырашып кире ятты, үҙенең көсһөҙлөгөнә йәне көйҙө, күҙҙәренән сыҡҡан йәштәре сикәһе буйлап аҡты.
Дүртенсе көнгә генә Саматты дөйөм палатаға күсерҙеләр. Палатала уны атаһы менән әсәһе һәм участковый Сәлим ағай көтә ине. Участковыйҙы күргәс, малай бөтөнләй ҡойолоп төштө, ҡурҡыуҙан бигерәк оялышынан үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Сөнки үткән аҙнала ғына Сәлим ағай мәктәпкә килеп, шырпы менән уйнарға ярамағанлығы, уттың нисек ҡурҡыныс булыуы тураһында бик фәһемле дәрес үткәргәйне.
– Һаумы, пожарник! Шәбәйеп буламы, ҡустым? – тине участковый йылмайып. – Хәлең нисек?
– Һаумыһығыҙ... – тине Самат тартынып. – Шәбәйҙем инде.
– Ярар, яҡшы.
Самат атаһы менән әсәһенә ҡараны, атаһының шелтәле ҡарашы малайҙы бөтөнләй уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙы, ҡысҡырып әрләһәләр ҙә, был тиклем ауыр булмаҫ ине, тип уйланы. Тик атаһы ла, әсәһе лә бер һүҙ өндәшмәне.
– Самат ҡустым, нисек янғын ойошторғаныңды һөйлә әле? – тине Сәлим ағай. – Шырпыны ҡайҙан алдығыҙ?
Самат бөтәһен дә йәшермәй һөйләне, шулай итһә, күңеленә еңелерәк булыр, тип уйланы. Шырпыны өләсәһенең аласығынан һорамайынса алғанын да әйтте, Булатты ул ҡотортҡанын, уның бер ғәйебе юҡлығын ҡат-ҡат ҡабатланы малай.
Участковый уны бүлдермәй генә тыңланы, алдында ятҡан ҡағыҙға нимәлер яҙҙы ла, малайға ҡарап:
– Ярар, ҡустым, аңлашылды, үҙеңдең ғәйебеңде таныу бик яҡшы, башҡа шырпы, ут менән булышмаҫһың, тип ышанам, – тине ҡәтғи тауыш менән.
– Юҡ! – тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Самат. Бөтә батырлығын йыйып, малай участковыйға ҡараны:
– Сәлим ағай, әйтегеҙ әле, Булат нисек? – тип һораны.
Шул саҡ палатаның ишеге шығырлап асылып китте, унда ҡултыҡ таяғына таянған, аяғына гипс һалынған Булат йылмайып баҫып тора ине.
– Бына үҙе һөйләр, – тип йылмайҙы участковый ағай.
Фаягөл АҘНАБАЕВА,
Башҡорт Үргене ауылының «Айгөл» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Ейәнсура районы.