Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Февраль 2023, 16:47

Һеҙ күрһәткән юлдан барабыҙ!

«Башҡортостандың төп милләте вәкиле булараҡ, иң шәбе, иң матуры, иң белемлеһе һеҙ булырға тейеш­һегеҙ!» Остазым, күренекле ғалимә, филология фәндәре докторы, профессор Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситованың беҙгә студент йылдарында әйткән кәңәштәре әле булһа ҡолаҡта яңғырап тора кеүек. Абруйлы, талапсан уҡытыусыбыҙҙың ҡанаты аҫтында М. Аҡмулла исе­мендәге БДПУ-ның башҡорт фи­лологияһы факультетында уҡып сыҡҡанға йылдар үтһә лә, әле лә уның өгөт-нәсихәттәренә таянабыҙ, кәңәштәрен көтөп алабыҙ.

Киләһе аҙнала филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тик­шеренеүҙәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре Луиза Хәмзә ҡыҙы алтын юбилейын билдәләйәсәк. Матур ғүмер байрамы алдынан остазымдың һоҡланғыс шәхесе һәм тынғыһыҙ хеҙмәте хаҡында һүҙ йөрөтмәксемен. 

Үҙен белә-белгәндән алып уҡытыусы

Йәшел үләнле һуҡмаҡтан һарыҡай ғына бер ҡыҙ килә. Уның ихласлығы йөҙөнә сыҡҡан. Баш осондағы ҡояш та уға ҡарап йылмайғандай итә.

– Луиза апай, Луиза апай! – уның янына йүгереп килгән балалар, шат тауыштар сыға­рып, үрле-ҡырлы һикерергә тотона. – Луиза апай, ә бөгөн дәрестәр буламы?

Бөгөн Әшәйҙә Садиҡовтар­ҙың йорто йәнә бер мәлгә белем усағына әүереләсәк. Бөтә ауыл балалары кескәй Луиза янына уҡытыусы булып уй­нарға ашыға. Бөтә булмышын һәм яҙмышын билдәләгән һөнәргә тап шулай ылыға буласаҡ ғалимә. Килә­сәктә үҙенең билдәле абруйлы профессор буласағын, халҡына хеҙмәт итәсәген, моғайын, шул ваҡытта уҡ тойомлағандыр. Әлбиттә, быға инәһенең республикала абруйлы уҡытыусы булыуы ла йоғонто яһамай ҡалмайҙыр, Миңлегөл Әхмәт ҡыҙы Садиҡова – 44 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған педагог, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Башҡор­тостандың атҡаҙанған уҡы­тыусыһы.

– Инәйем 44 йыл ғүмерен мәктәпкә арнаны, шуның 25 йылын директор булды. Уның кеүек һөнәренә мөкиббән кешеләр һирәктер ул. Төрлө белгес була: берәү яҡшы уҡытһа, уңышлы етәксе була алмай. Инәйемдә ана шул сифаттар икеһе лә бер бөтөн. Бынан тыш, инәйем ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, ауыл, район Советы депутаты, коммунистарҙың полит­ин­фор­маторы. Бөтә йәмәғәт эштәре уға йөкмәтелгәйне, һәм уларҙы инәйем лайыҡлы баш­ҡара ла белде, – тип хәти­рәләре менән уртаҡлаша уҡытыусым.

Атаһы Хәмзә Ғимал улы иһә ҡыҙын спортҡа ылыҡтыра, кескәй генә сағынан саңғыға баҫтыра. Буласаҡ профессор, ғаиләлә берҙән-бер бала булғас, ҡәҙерле кешеләренә машина йүнәтеүҙә лә, баҡса ултыртыуҙа ла, бесән сабыуҙа ла ярҙамлаша.

– Атайым – колхозда, ебәр­мәйҙәр, ваҡыты етмәй ҙә китә, инәйем менән йәй буйы бесән эшләйбеҙ. Тау буйынан бе­сәнде йыйыу – үҙе бер көс талап иткән эш, әммә мәлендә тырышмаһаң, малың ас ҡала тигән һүҙ бит инде. Беҙҙең өйҙә, мин бәләкәй саҡтан хәтерләүемсә, тик ултырған кеше булманы.

Луиза Хәмзә ҡыҙы Әшәй туғыҙ йыллыҡ мәктәбен та­мамлағас, күрше Билән ауылы мәктәбендә белем ала. Тырыш ҡыҙ уҡыу йортон көмөш миҙалға тамамлай һәм артабан БДУ-ның башҡорт филоло­гияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында Луиза Хәмзә ҡыҙының тел ғилеме менән ҡыҙыҡһыныуы тағы ла арта, ғилми мәҡәләләр яҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә сығыш яһай. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.

— Әшәй, Билән ауылы мәк­тәп­тәрендә, университетта белем биргән барлыҡ уҡытыусы­ларыма сикһеҙ рәхмәтлемен! Ғилми етәкселәрем академик Марат Вәли улы Зәйнуллинға, профессор Лена Ғәли ҡыҙы Саяховаға рәхмәттәрем әйтеп бөтөрөрлөк түгел. Башҡор­тостанда тап улар нигеҙ һалған лингвокультурология фәне бермә-бер үҫешә: диссертациялар яҡлана, китаптар, уҡыу әсбаптары баҫылып сыға, — тип рәхмәтен еткерә Луиза Хәмзә ҡыҙы.

«Донъялағы иң яҡшы декан!»

1995 йылда Луиза Хәмзә ҡыҙы БДУ-ның аспиранту­раһына уҡырға инә. Тәүге йылдан башҡорт теле грам­ма­тикаһы һәм лексикологияһы проблемаларына арналған ҡыйыу мәҡә­ләләре менән сығыш яһай. Ә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағанда ғалимәгә ни бары 26 йәш була.

Луиза Хәмзә ҡыҙының ғү­меренең шаҡтай өлөшө М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән тығыҙ бәйле. Ошонда ул өлкән уҡытыусынан алып профессорға тиклемге хеҙмәт юлын үтә. Луиза Сәмситова Аҡмулла университетының башҡорт филологияһы факультетына етәкселек иткән осорҙа белгестәр әҙерләүгә бюджет урындар һаны арттырыла, яңы кафедра һәм уҡытыу үҙәктәре асыла, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы камиллаштырыла. Факультетта студенттарға үҫешеү өсөн бөтә кәрәкле майҙансыҡтар ҙа булдырыла. «Ҡорос» халыҡ театры, «Сәсәндәр мәктәбе», «Ете ырыу» бейеү ансамблен дә ул булдыра. Спорт һөйгән кеше булараҡ, Луиза Хәмзә ҡыҙы студенттар алдына мотлаҡ рәүештә берәй спорт төрө менән шө­ғөлләнеүҙе бурыс итеп ҡуя. Тап остазыбыҙҙың башлан­ғыстары БДПУ сту­денттарының халыҡ-ара һәм ил кимәлендәге ярыштарҙа еңеүенә юл аса. Бөгөн күп­селек сығарылыш студент­тарының абруйлы урындарҙа, хөкүмәттә һәм ҡала хаки­миәттәрендә эшләүендә лә Луиза Хәмзә ҡыҙының өлөшө ҙур.

Бөгөн күптәр Луиза Сәмси­тованың башҡорт филоло­гияһы факультетына етәкселек иткән осорҙо һағынып иҫкә ала. Социаль селтәрҙә уның хаҡындағы хәтирә-яҙмаларҙың «Донъялағы иң яҡшы декан» исеме аҫтында баҫылыуы ла ошоға дәлил. Шулай уҡ беҙ, студенттары, ҡушма һөйләм синтаксисы буйынса биргән төплө белеме өсөн уға рәхмәтле, сөнки тап ошо дәрестәрҙә туған телебеҙгә ҡабаттан ғашиҡ булдыҡ, дөрөҫ яҙырға, аралашырға өйрәндек.

– Башҡортостандың төп мил­ләте вәкиле булараҡ, иң шәбе, иң матуры, иң белемлеһе һеҙ булырға тейешһегеҙ, тип тәрбиә бирергә тырышам студенттарыма. Беҙгә ҡарап тора бөтәһе лә: хаталарыңа ҡарап, мил­ләтеңде хурларҙар, яҡшы эшеңә ҡарап, халҡыңды ҙур­ларҙар, – ти үҙенең студенттарына биргән мөһим кәңәше хаҡында Луиза Хәмзә ҡыҙы.

Бөгөн Луиза Хәмзә ҡыҙы, Башҡортостан Республика­һының Стратегик тикшере­неүҙәр институтына баш ғилми хеҙмәткәр итеп күсерелгәс тә, башҡорт иле һәм теле өсөн янып йәшәүен дауам итә. Һәм, әл­биттә, башҡорт тел ғилеменә арымай-талмай хеҙмәт итә. Һуңғы йылда ғына ул ике монография, уҡыу әсбабы, иҫәп­һеҙ-һанһыҙ ғилми мәҡәләләр баҫтырып сығарған. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында Рә­сәй ғалимдары менән берлектә коллектив монография яҙыуҙа ҡатнашҡан. Шулай уҡ аспиранты Айтуған Ҡуланчин кан­дидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлаған һәм раҫлау алған. Үҙеңдең хеҙмәтеңде дауам итеүселәр булыуы иң ҙур бәхет түгелме ни?

Ғәҙәттә фән әһелдәрен, ғалимдарҙы ҙур сәхнәләрҙән, подиумдарҙан күрһәтмәйҙәр, улар ареналарҙа тамаша ҡормай, миллиондарса аҡса эшләмәй. Хәйер, улар быға мохтаж да түгел. Меңдәрсә уҡыу­сылары халыҡҡа изгелек орлоҡтары сәсеп йәшәй икән – улар өсөн ошонан да ҡим­мәтерәк баһа юҡтыр. Бөгөн остазыбыҙ, филология фәндәре докторы, профессор Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмси­товаға һәр уҡыусыһы, студенты рәхмәтле. Һәм улар, Башҡортостандың төп мил­ләте вәкиле булараҡ, һеҙ күрһәткән юлдан барыр, үҙ халҡына тырышып хеҙмәт итер, быға иманым камил.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: