Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2022, 12:17

«Туған тел – халҡыбыҙҙың мөһим байлығы»

Башҡортостан Башлығы указы буйынса 2019 йылдан билдәләнгән Башҡорт теле көнөндә Радий Хәбиров бөйөк шағирыбыҙ һәм мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалды.

«Туған тел – халҡыбыҙҙың мөһим байлығы»
«Туған тел – халҡыбыҙҙың мөһим байлығы»

Башҡорт теле көнө Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала, шағир үҙенең ижадында халҡын белем алыуға өндәп, күп тапҡыр мөрәжәғәт итә. Уның шиғриәтебеҙгә һәм әҙәбиәткә индергән өлөшө бик ҙур. .

«Ҡәҙерле дуҫтар! Хөрмәтле хеҙмәттәштәр! Башҡорт теле көнө менән ихлас ҡотлайым. Был байрам күптән түгел булдырылды, өс-дүрт йыл элек. Әммә был көн –  беҙҙең өсөн мөһим ваҡиға. Барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ, башҡорт теле, милләт теле, туған тел – халҡыбыҙҙың иң мөһим байлығы. 
Был көн эсендәге төрлө сараларҙа, башҡа дәүләт программалары сиктәрендә күп эштәр башҡарабыҙ, сөнки башҡорт телен һаҡларға, үҫтерергә кәрәк. Башҡорт телен өйрәнеү модала булырға тейеш, тип әйтергә теләйем. Барығыҙҙы ла ошо байрам менән ҡотлайым. Хәтерегеҙгә төшөрәм, бөгөн - бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө. Уның «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» тигән һүҙҙәре бөгөн дә бик мөһим. Дуҫтар, барығыҙҙы ла ҡотлайым һәм уңыштар теләйем! – тине Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡотлау һүҙендә.

Республика Башлығы 2006 йылда булдырылған Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиялар ҙа тапшырҙы. Ул йыл һайын Башҡортостан юғары уҡыу йорттары һәм колледждары студенттарына тәғәйенләнә. Радий Хәбиров ҡулынан исемле стипендияны Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Сюзанна Аракелян, Айгүзәл Мортаева һәм Юлиә Бураҡова алды.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия күләме урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн - 600 һум, юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн 1200 һум тәшкил итә. Киләһе йылдан уның күләме 5000 һум була, тип билдәләне республика Башлығы.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: