Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2022, 19:00

Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры 45 телгә тәржемә ителгән

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығы киң билдәләнә. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы шағирҙың «Туған тел» шиғыры донъя халыҡтары телдәренә тәржемә ителгән йыйынтыҡ әҙерләне.

Рәми Ғариповтың «Туған тел»  шиғыры 45 телгә тәржемә ителгән
Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры 45 телгә тәржемә ителгән

Рәсәйҙең, донъяның 54 ҡәләм оҫтаһы – Халыҡ шағирҙары, профессиональ тәржемәселәр, яҙыусылар союздары ағзалары – был проектҡа ҡушылып, әҫәрҙе 45 телгә ауҙарҙы. «Туған тел» рус, авар, себер татарҙары, нуғай, ҡумыҡ, украин, итальян, белорус, цахур, фарсы һәм башҡа телдәрҙә яңғыраны. Балалар яҙыусылары был проектта ҙур әүҙемлек күрһәтте, сөнки улар тап кескәйҙәрҙән туған телгән һөйөү тәрбиәләнеүен тәрән аңлай. Даргин журналы «Лачин»да Дағстандың халыҡ шағиры Әминәт Абдулманапова, ҡумыҡ журналы “Тангчолпан”да шағирә Супиянат Мамаева был шиғырҙы баҫтырып та сығарҙы.

Нимәһе үҙенсәлекле, был китапта шиғыр башҡорт әҙәби телендә генә түгел, уның диалекттарында ла бирелгән.

«Башҡорт шиғриәтен юғары кимәлгә күтәргән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың исемен мәңгеләштереү буйынса республикала ҙур эш алып барыла. Уның ижадын балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренән алып ололарға тиклем яҡшы белә һәм ярата.

Был китап мәшһүр шағирыбыҙҙың ижадын популярлаштырыуҙа һәм туған телдәргә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнар, тип ышанам.

Туған тел – халыҡтың тарихын һәм мәҙәниәтен, уныңкүңелен, рухиәтен сағылдырған изге ҡомартҡы. Туған телдәрошо йыйынтыҡта бергә тупланған һымаҡ, һәр милләт тә бөгөн берҙәмлек һағында булһын!» – тип республикабыҙҙың Башлығы Радий Хәбировтың баш һүҙе менән асыла.

Рәми Ғарипов үҙ  заманында донъя әҙәбиәте өлгөләренән 50-нән ашыу авторҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә ауҙарған. “Туған тел” – ул шағирҙың халҡына, иленә, еренә һөйөүен белдергән әҫәр, шуға ла башҡа милләт яҙыусылары был проектҡа әүҙем ҡушылды.

Проект авторҙары – шағирә Лариса Абдуллина (Башҡортостан) һәм Светлана Быкова (Беларусь Республикаһы), рәссамы Азамат Ғарипов, дизайнер Анатолий Корнеев.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: