Бында быйыл грант конкурсында еңеү яулаған ирекле отряд ағзалары, «Изгелек технологияһы» ирекле тәжрибәләр конкурсында финалға сыҡҡан отряд вәкилдәре һәм еңеүселәре, шулай уҡ уларҙың әүҙем ата-әсәләре һәм уҡытыусылары - бөтәһе Рәсәйҙең 55 төбәгенән 200-ҙән ашыу кеше килде. Улар өсөн бай программа әҙерләнгәйне: тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәл. Ирекмәндәр эшлекле уйын, тематик кисәләрҙә лә әүҙем ҡатнашты.
Конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов та тәбрикләне. Финалда Октябрьский ҡалаһындағы 3-сө гимназияның йәш ирекмәндәре лә үҙ ирке менән эшмәкәрлек алып барыу тәжрибәһен күрһәтте.