Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Ноябрь 2022, 08:11

Элекке ӨДАТУ ҡеүәтле ғилми-белем биреү үҙәгенә әүерелде

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин: – Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Вадим Захаров билдәләүенсә, бөгөн беҙ Өфө дәүләт авиация техник университеты эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһамайбыҙ, ә ҡаҙаныштар хаҡында һөйләйбеҙ һәм алдағы пландарҙы билдәләйбеҙ. Һәм түбәндәгеләрҙе әйтеп була.

Элекке ӨДАТУ ҡеүәтле ғилми-белем биреү үҙәгенә әүерелде
Элекке ӨДАТУ ҡеүәтле ғилми-белем биреү үҙәгенә әүерелде

90 йыл эсендә юғары уҡыу йорто  стенаһынан авиация һәм йыһан тармағы, машина һәм станоктар эшләү, электр энергетикаһы, робототехника, ИТ-технологиялар өсөн 80 меңдән ашыу белгес сыҡҡан. Был йылдарҙа университеттың тартыу авиация электр двигателдәре өлкәһендәге асыштары бәләкәй авиацияла, яңы быуын пилотһыҙ аппараттар булдырыуҙа ҡулланылыш ала, илдең оборона ҡеүәтен нығытыуға булышлыҡ итә.
Авиация институты ҡеүәтле ғилми-белем биреү үҙәгенә әүерелде. Бөгөн ул Өфө фән һәм технологиялар университетының бер өлөшө булып китте. Быйыл бында «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженер мәктәбе асылды. Бында Рәсәйҙең хәрби һәм граждандар авиацияһы өсөн бөтә донъя кимәленән артҡан юғары һөҙөмтәле көс ҡулайламалары, агрегаттар һәм системалар булдырыласаҡ.

Бында импортты алмаштырыу ғына түгел, ә фән, технологиялар һәм техника үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре сиктәрендә инновацион проекттар буйынса көслө индустриаль партнерҙар менән тығыҙ бәйләнештә яңы конкуренцияға һәләтле продукция булдырыу мөһим. Бер коллективҡа берләшкән профессионалдар ихтыяж булған белгестәр әҙерләүҙә һәм яңы ғилми, ғәмәли нигеҙҙәр һалыуҙа ла амбициялы пландарҙы тормошҡа ашырыр, тип ышанам. Ә иң мөһиме, бөтә ғилми тикшеренеүҙәр һәм проекттар, фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр,  быға ышанабыҙ , шулай уҡ йылдам үҫешәсәк, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: