Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Ноябрь 2022, 08:55

Мәктәптәрҙә йәнә хәрби әҙерлек уҡытыласаҡ

Ҡыуанырғамы, әллә көйөнөргәме? Ни тиһәң дә, мәктәп уҡыусыларына тағы йөкләмә артасаҡ. Рәсәй белем усаҡтарында йәнә башланғыс хәрби әҙерлек уҡытыла башлай.  

Мәктәптәрҙә йәнә хәрби әҙерлек уҡытыласаҡ
Мәктәптәрҙә йәнә хәрби әҙерлек уҡытыласаҡ

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы ошондай тәҡдим индергән. Документ норматив-хоҡуҡи акттар проекттары порталында баҫылған да инде. Яңы программа буйынса, башланғыс хәрби әҙерлекте X – XI кластар уҡыясаҡ. СССР ваҡытындағы кеүек, айырым фән итеп уҡытылмаясаҡ, уҡыусылар тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрендә өйрәнәсәк. Бында улар медицина һәм хәрби әҙерлекте үтәсәк.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: