Изге йолаға әйләнгән «Мостай уҡыуҙары» конкурсы быйыл ун өсөнсө тапҡыр үткәрелде. Уны республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ, Өфө ҡалаһы ҡала округының Мәғариф идаралығы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектә ойошторҙо. Ижади бәйгелә уҡыусылар, уҡытыусылар, студенттар көсөн һынаны, республикабыҙҙың район-ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән барлығы 7 мең 147 кеше ҡатнашты.
«Беҙҙең өйҙөң йәме» экскурсия маршруттары номинацияһында Баймаҡтағы 4-се лицей уҡыусыһы Румия Тахаутдинова, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның колледжы студенты Алина Ниғәмәтова, Туймазы педагогия колледжы уҡытыусыһы Гөлнара Кәримова еңеүсе булды.
«Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн» номинацияһында Салауат районы Лағыр мәктәбе уҡыусыһы Гөлсәсәк Ғарипова, Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбе уҡыусыһы Динислам Ниғмәтуллин, Стәрлетамаҡ районы Яңы Отрадовка мәктәбе уҡыусыһы Софья Примак, Баймаҡтағы 4-се лицей уҡыусыһы Нәркәс Ласынова, Өфөләге күп йүнәлешле һөнәри колледж студенты Эльвина Арыҫланова иң-иңдәр булып танылды. Еңеүселәрҙе һәм призёрҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Юлай КӘРИМОВ фотолары.