Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Октябрь 2022, 19:20

"Башҡортостан ата-әсәйҙәре – сәләмәт туҡланыу өсөн"

Район-ҡала  мәктәптәрендә «Башҡортостан ата-әсәйҙәре – сәләмәт туҡланыу өсөн» Берҙәм республика асыҡ ишектәр көнө үтте. Саралар 1 мең 108 мәктәптә ойошторолдо, унда 10 меңдән ашыу ата-әсә ҡатнашты.

"Башҡортостан ата-әсәйҙәре – сәләмәт туҡланыу өсөн"
"Башҡортостан ата-әсәйҙәре – сәләмәт туҡланыу өсөн"

Белем усағы ашханаларында аш-һыу күргәҙмәһе ҡуйылды, унда теләге булғандар барыһы ла ризыҡтарҙы тәмләп ҡарай алды. Ата-әсәләр балаларының туҡланыу сифатының яҡшы булыуына һәм күп төрлөлөгөнә инанды.

Был көндө «Уҡыусыларҙың сәләмәт һәм баланслы туҡланыу режимы» темаһына ата-әсәләр йыйылыштары ла үтте. Мәктәптәрҙә «Кеше тормошонда витаминдар», «Иң файҙалы ризыҡтар», «Дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлек нигеҙе», «Сәләмәтлек әлифбаһы» темаларына дөрөҫ туҡланыу буйынса сәләмәтлек дәрестәре лә бик файҙалы булды. Сараны мәктәптә туҡланыу системаһын  һәм ата-әсәләрҙең күҙәтеүен яҡшыртыу маҡсатында мәғариф һәм фән министрлығы ойошторҙо.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: