Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Октябрь 2022, 17:45

Башҡортостан уҡыусылары ла уҡый ала

Башҡортостан уҡыусылары «Сириус» Президент лицейының йүнәлешле кластарында уҡый аласаҡ.

Башҡортостан уҡыусылары ла уҡый ала
Башҡортостан уҡыусылары ла уҡый ала

Өҫтәмә йыйыу башланды. Һайлап алыу турында ҡатнашыу өсөн ошо һылтанма буйынса https://vk.cc/ch7pKl теркәлергә һәм 28 октябргә тиклем ғариза бирергә кәрәк. Артабан өс этапты үтергә кәрәк: дистанцион курс, йүнәлешле фәндәр буйынса олимпиада һәм уҡыу-күнекмә йыйындары.

Әйткәндәй, Башҡортостанда «Сириус» моделе буйынса 2019 йылдан алып «Аврора» һәләтле балалар өсөн төбәк үҙәге эшләй. Быйыл «Аврора» үҙәге уҡыусылары Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа ҡатнашыу йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең бөтә төбәктәре араһында иң яҡшы унау иҫәбенә инде.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: