Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Октябрь 2022, 13:00

Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арнала

 Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның тәрбиәүи эш һәм йәштәр сәйәсәте буйынса департаменты Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арнап, уның әҫәрҙәрен тасуири уҡыусылар конкурсын ойоштора.                                                   

Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арнала
Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арнала

Бәйге йәштәр араһында шағирҙың ижади мираҫын популярлаштырыуға, йәш быуындың ижади әүҙемлеген үҫтереүгә, республиканың иң яҡшы әҙәбиәт өлгөләрен уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға һәм пропагандалауға йүнәлтелгән.

Конкурста ҡатнашыу өсөн бер  әҫәрҙе йәки Мостай Кәримдең әҫәренән өҙөктө ятлаған видеояҙманы ебәрергә кәрәк  (музыкаль оҙатыу ярҙамында мөмкин).

Төшөргән видеолар   [email protected]  электрон почтаһына 18 октябргә  тиклем ҡабул ителә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: