Дәрес «Һанлы иҡтисад» милли проектының «Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар» федераль проекты бурыстарына булышлыҡ итеү маҡсатында әлеге йылдың сентябрендә Бөтә Рәсәй мәғариф акцияһына башланды. Ул инеш видеолекциянан һәм интерактив тренажёрҙан тора. Уның эштәре уйын формаһында яһалма интеллекттың төрлө технологияларын файҙаланыу тураһында мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирә. Тренажёрҙың ҡатмарлылыҡ кимәлен уҡыусының йәшенә ҡарап һайларға мөмкин.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә һәм сит 73 илдә миллиондан ашыу уҡыусы дәрес үткән. Уның менән 16 октябргә тиклем танышырға мөмкин. Теләгән һәр кем дәресте үҙаллы ойоштора йәки «Стартапта яһалма интеллект» темаһы буйынса дәресте үҙаллы үтә ала. Бөтә материалдар ҙа асыҡ буласаҡ.
Фото: Т. АМАНОВ.