Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Октябрь 2022, 17:00

Берҙәм асыҡ ишектәр көнө ойошторола

22 октябрҙә республикабыҙҙың  18 белем биреү-етештереү үҙәгендә  Берҙәм асыҡ ишектәр көнө үтәсәк.  Был көндө мәктәп уҡыусыларын предприятиелар буйлап экскурсиялар, һөнәри һынауҙар, ҡыҙыҡһыныуын, буласаҡ һөнәрен  билдәләү буйынса анкета көтә.  

Берҙәм асыҡ ишектәр көнө ойошторола
Берҙәм асыҡ ишектәр көнө ойошторола

Берҙәм асыҡ ишектәр көнө «Профессионалитет» федераль проектына ярашлы ойошторола.

- Проекттың маҡсаты - республика өсөн өҫтөнлөклө тармаҡтар буйынса квалификациялы кадрҙар әҙерләү өсөн шарттар тыуҙырыу. Был республикабыҙ предприятиеларына эшкә урынлашыуҙы гарантиялаған кадрҙар әҙерләүҙең яңы моделе, - тип хәбәр итә республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Уның барышында уҡыусыларға «Профессионалитет» проектының мәғариф программалары буйынса уҡыуҙы тамамлағандан һуң төбәктең алдынғы тармаҡ предприятиеларына эшкә урынлашыу мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт биреләсәк.

Бынан тыш, Башҡортостан - уҡыусыларҙың ата-әсәләре кластер һөнәрҙәре менән таныша һәм үҙ ҡулдары менән балалары үҙләштергән һөнәрҙе татып ҡарай алған Рәсәй Федерацияһының берҙән-бер субъекты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Профессионалитет» федераль проекты «колледж – эш биреүсе» бәйләнешен көсәйтеп, профессиональ әҙерлектең көсөргәнешлелеген һәм һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән. Проекттың төбәк операторы - Башҡортостан Республикаһының Йылдам профессиональ әҙерлек үҙәге.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: