Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Октябрь 2022, 17:30

30-ға яҡын район берҙәм мәктәп формаһы индергән

Республикабыҙҙың күп мәктәптәре берҙәм мәктәп формаһына күскән. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, 30-ға яҡын муниципалитет белем биреү учреждениеларында берҙәм форма индерергә ҡарар иткән.

30-ға яҡын район берҙәм мәктәп формаһы индергән
30-ға яҡын район берҙәм мәктәп формаһы индергән

– Уларҙың барыһы ла  бер төрлө түгел, кейем-һалым комплектлау, төҫтәр гаммаһы буйынса варианттар һәм һайлау мөмкинлеге бар. Форма тегелә торған туҡыманың сифатына ҡаты талаптар ҡуйыла. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: төбәктә сығарылған форма баҙарҙағы оҡшаш продукцияға ҡарағанда сифатлыраҡ һәм хаҡтары буйынса отошлораҡ. Күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн форманың хаҡы ҡаҙнанан дотациялар менән ҡаплана, - тине мәғариф һәм фән министры.

Мәктәп формаһы бик уңайлы ла, шуға күрә был йүнәлештә эште дауам итергә кәрәк, тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: