

Ауыр һөйләшкән уҡыусылар өсөн Бөрө коррекция мәктәп-интернатының уҡытыусы-логопеды Наталья Юрьева иң яҡшы ун уҡытыусы-логопед исемлегенә инде. Төп этапта конкурс һынауҙарын лайыҡлы үтеп, «Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы – 2022» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы лауреаты булды.
Конкурс финалына ярашлы, Дәүләт Кремль һарайында Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы сара ойошторолдо. Наталья Юрьевнаны һәм Бөрө коррекцион мәктәп-интернаты коллективын еңеү менән ҡотлайбыҙ. Алға ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүҙә ныҡышмалылыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыуҙарын теләйбеҙ!
Фото: Т. АМАНОВ.