Мәғариф
27 Сентября 2022, 09:34

Мәғариф өлкәһендә ниндәй үҙгәрештәр индерелә?

Рәсәй Президенты берҙәм мәктәп дөйөм белем биреү программалары тураһындағы Федераль законға ҡул ҡуйҙы.

Мәғариф өлкәһендә ниндәй үҙгәрештәр индерелә?Мәғариф өлкәһендә ниндәй үҙгәрештәр индерелә?
Мәғариф өлкәһендә ниндәй үҙгәрештәр индерелә?

Уға ярашлы, Берҙәм дөйөм белем биреү программалары 2023 йылдың 1 ғинуарына тиклем раҫланасаҡ.

Мәктәптәр программалар буйынса алдағы йылдың сентябренән эшләй башлаясаҡ.

Шулай уҡ программалар буйынса яңы дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары раҫлау менән Мәғариф министрлығы шөғөлләнәсәк.

Белем усаҡтары үҙҙәренең уҡыу программаларын әҙерләй ала, әммә уларҙың йөкмәткеһе һәм планлаштырылған һөҙөмтәләре Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү программаларынан кәм булмаҫҡа тейеш.

Башланғыс мәктәптә – рус теле, әҙәби уҡыу һәм тирә-яғыбыҙҙағы донъя, урта һәм өлкән мәктәптә рус теле, рус әҙәбиәте, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, география һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса федераль эш программалары мотлаҡ буласаҡ.

 Закон тәрбиә биреүҙең федераль эш программаһын һәм тәрбиә эшенең федераль календарь планын индереүҙе күҙ уңында тота.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас