Мәғариф
22 Сентябрь 2022, 10:24

«Киләсәккә билет» дүртенсе йыл тормошҡа ашырыла

Унда Башҡортостандан 19 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашасаҡ.  

«Киләсәккә билет» дүртенсе йыл тормошҡа ашырыла«Киләсәккә билет» дүртенсе йыл тормошҡа ашырыла
«Киләсәккә билет» дүртенсе йыл тормошҡа ашырыла

 Шул иҫәптән 3 мең 316 уҡыусы Өфөнөң «Рәсәй - Минең тарихым» тарихи паркында яңыртылған «Киләсәк лабораторияһы» күргәҙмә-квесын ҡараясаҡ. 2816 уҡыусы һөнәри белем биреү ойошмаларында һөнәри һынауҙар үтә ала.

– «Киләсәккә билет» проекты уҡыусыларға тормошта юл һайларға һәм һөнәрен билдәләргә ярҙам итә. Рәсәйҙә һөнәри йүнәлеш биреү буйынса өҫтөнлөктәр бөгөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин менән дәүләт кимәлендә нығытылған, – ти республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Былтырғы йылға күҙ һалһаҡ, платформала 641595 кеше теркәлгән, 21309 һөнәри йүнәлеш биреү дәресе уҙғарылған, 390530 бала дәрестә ҡатнашҡан, 79667 уҡыусы «Киләсәк лабораторияһы» күргәҙмәләрендә булған. Был һандар  проекттың юғары социаль әһәмиәтен һәм уның йәлеп итеүсәнлеген күрһәтә. Унда ҡатнашыу балалар һәм ата-әсәләр өсөн бушлай.

«Киләсәккә билет» проекты Рәсәй Президенты В.В. Путиндың ҡушыуы буйынса илдең 85 төбәгендә тормошҡа ашырыла һәм «Мәғариф» милли проектына ярашлы «Һәр баланың уңышы» федераль проектының паспортына инә. Төбәк операторы - Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге. Проекттың федераль операторы - Гуманитар проекттар фонды.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас