Мәғариф
10 Сентябрь 2022, 03:44

Радий Хәбиров Учалыла сафҡа инәсәк мәктәп менән танышты

Был белем усағы 1225 балаға иҫәпләнгән. Уны сафҡа индереү ҡаланың башҡа белем усаҡтарын   бер аҙ бушатырға мөмкинлек бирәсәк.  

Радий Хәбиров Учалыла сафҡа инәсәк мәктәп менән таныштыРадий Хәбиров Учалыла сафҡа инәсәк мәктәп менән танышты
Радий Хәбиров Учалыла сафҡа инәсәк мәктәп менән танышты

 Объекттың дөйөм хаҡы - 766 миллион һум. Шуның 641 миллионы федераль ҡаҙнанан бүленгән, ә 125 миллион һумын ҡушып финанслау шарттарында республика өҫтәгән.

– «Мәғариф» милли проекты һәм Республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында ошондай ҙур мәктәп төҙөлөшөн тамамлайбыҙ, - тип  Учалы районының мәғариф бүлеге етәксеһе Нурзидә Абдрахманова. – Майҙаны 18,3 мең квадрат метрлыҡ дүрт ҡатлы бинала тамашалар залы, ашхана, ике спорт залы бар. Тимәк, физкультура дәрестәрен башланғыс һәм өлкән кластарҙа ла үткәрә алабыҙ. Шулай уҡ инвентарь һаҡлау, кейенеү, душ, тренерҙар бүлмәләре һәм саңғы һаҡлағыстар, медицина блогы ҡаралған.

Балалар тренажерҙарҙа ла шөғөлләнә аласаҡ. Улар башланғыс класс уҡыусылары өсөн яңы уйын майҙансығы янында ҡуйыла. Шулай итеп, уҡыусыларға тотош спорт зонаһы әҙерләнә. Эргә-тирәләге биләмәлә спорт һәм балалар майҙансыҡтары йыһазландырылған.

- Учалы үҫешкән иҡтисады менән дан тота. Муниципаль идара итеү командаһы ла әүҙем эшләй. Район һәм ҡала тулы ҡанлы тормош менән йәшәй һәм ышаныслы аҙымдар менән алға бара, – ти Республика Башлығы Радий Фәрит улы.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас