Мәғариф
9 Сентябрь 2022, 18:45

Өфөлә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтә

Ике көн буйы барасаҡ сарала лицей һәм гимназия директорҙары, урта һөнәри белем биреү ойошмаларының туған тел уҡытыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәселәре һәм педагогтары, дәреслектәр һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторҙары, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан, Пермь крайынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән туған тел уҡытыусылары ҡатнаша. Форумға барлығы  280 кеше килгән.

Өфөлә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтәӨфөлә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтә
Өфөлә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтә

Форумды БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов асып, Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

– Был бик әһәмиәтле сара. Республикабыҙҙа туған телдәрҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Әлеге форум шуны тағы бер тапҡыр раҫлай. Ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, беҙ уны йыл һайын үткәрәбеҙ. Был беҙҙең өсөн стратегик йүнәлеш. Йыл һайын 250 – 300 кеше ҡатнашыуы ҡыуандыра, – тине ул асыу тантанаһында.

Унан Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары аҫтында тантаналы рәүештә илдең һәм республиканың дәүләт флагтары күтәрелде. Беҙҙә күп милләтле халыҡ йәшәүен күрһәтеп,  форумда ҡатнашыусылар алдында йәкшәмбе мәктәбе уҡыусылары сығыш яһаны.

Әйткәндәй, республикабыҙҙа туған телдәрҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. 2025-2030 йылдарға дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса яңы дәүләт программаһы булдырыла. Мәғариф һәм фән  министрлығы башҡорт, мари, удмурт, сыуаш телдәре һәм әҙәбиәте буйынса дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары даими һатып ала. Күрше төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙгә башҡорт телен өйрәнеүгә ярҙам итеү ҙә - эштең мөһим йүнәлеше. Республикала туған телдә уҡытылған төркөмдәрҙә эшләүсе тәрбиәселәргә һәм педагогтарға эш хаҡын арттырыу буйынса мәсьәлә хәл ителгән, уларға 15 процент компенсация түләүе билдәләнгән. Шулай уҡ балаларҙы туған телгә өйрәтеүсе балалар баҡсалары уҡытыусылары өсөн республика профессиональ конкурсы булдырылған. Бөгөнгә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында туған телде уҡытыу төп мәсьәләләр булып ҡала - бында беҙ туған телде өйрәнгән төркөмдәрҙең артыуын күҙәтәбеҙ.

Асыу тантанаһынан һуң эш төрлө йүнәлештәр буйынса дауам итте. Мәҫәлән, «Башҡорт теле» буйынса секцияла республикабыҙҙың  һәм күрше өлкәләрҙең алдынғы уҡытыусылары эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Ишембайҙан Венера Әйүпова башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа белем алыу проекты методик ҡулланмаларының әһәмиәте хаҡында һөйләне. 2-се «Смарт» республика полилингваль күп йүнәлешле гимназияһынан Ләйсән Сафиуллина, Сибайҙан Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейынан Айһылыу Моталлапова, Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Бәжекәй мәктәбенән Гүзәл Фазылова, Өфөнән киң йүнәлешле һөнәри колледжынан Рида Латыпова, Нефтекамалағы колледждан Айгөл Йәһүҙина, БДУ-ның колледжынан Алһыу Боҫҡоновалар мауыҡтырғыс практик алымдар менән таныштырҙы. Был йәһәттән Айгөл Йәһүҙина Tiktok, «Бәйләнештә» селтәрен бик уңышлы файҙалана.

Ә иң ҡыҙығы – «Башҡорт теле. Ауырлыҡтар» тигән стратегик сессия булғандыр. Ул ата-әсәләрҙең йыйылышы рәүешендә үтте. Бында ҡатнашыусылар балалар,ата-әсәйҙәр, уҡытыусылар, блогерҙар, мәктәп етәкселеге ролдәренә инеп, һәр береһе үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Сара һуңында бер-береһенә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙеләр.

Ә икенсе көндө – 10 сентябрҙә туған телдәрҙе уҡытыуға арналған тематик күргәҙмәләр үтәсәк. Форумда ҡатнашыусылар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашып, туған телдәрҙе популярлаштырыу һәм мәктәпкәсә белем биреү  учреждениеларында уларҙы өйрәнеү өсөн шарттар булдырыу буйынса теләк-тәҡдимдәрен уҡып ишеттерә ала. Республика етәксеһе туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларын Башҡортостандың дәүләт наградалары менән дә бүләкләйәсәк.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас