Мәғариф
9 Сентябрь 2022, 16:43

«Беҙ күп теллелегебеҙ менән ғорурланабыҙ»

– Милли кейем көнөндә туған тел уҡытыусыларының төбәк-ара форум эшен асыуыбыҙ символик мәғәнәгә эйә.  Сара матур йолаға әүерелде. Йыл һайын, тәүҙә республика Башлығы тәҡдиме менән, хәҙер инде уҡытыусыларҙың йәмәғәтселеге талабы буйынса туған телдәрҙе, уҡытыуҙың иң яҡшы алымдарын һәм тәжрибәләрен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшерәбеҙ.

«Беҙ күп теллелегебеҙ менән ғорурланабыҙ»«Беҙ күп теллелегебеҙ менән ғорурланабыҙ»
«Беҙ күп теллелегебеҙ менән ғорурланабыҙ»

Унда беҙҙә рус һәм башҡорт телдәренән алып латыш һәм иврит телдәренә тиклем уҡытылған бөтә туған телдәр уҡытыусылары ҡатнаша. Бөтәһе – 14 тел.

Шуныһы ҡыҙыҡ: беҙҙең украин ауылдарынан украин теле уҡытыусылары Мәскәүгә командировкаға ебәрелеп, украин теленең классик дәреслеген әҙерләү эшенә йәлеп ителде. Тап беҙҙең белгестәргә мөрәжәғәт итеүҙәре ҡыуандыра.

Фекер алышыуға беҙ был өлкәләге алдынғы эксперттарҙы һәм белгестәрҙе саҡырабыҙ. Мәскәүҙән һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ҡунаҡтар килә.

Беҙҙең эштә төп йүнәлештәрҙең береһе итеп телде быуын-ара тапшырыуҙы дәртләндереү кәрәклеген күрәбеҙ. Тел ғилеме һәм педагогика өлкәһендәге эксперттарҙың фекеренсә, әгәр бала мәктәпкә тиклем туған телде ишетмәһә һәм ҡулланмаһа, мәктәптә өйрәнеү әҙ һөҙөмтәле һәм проблемалы буласаҡ. Яуаплылыҡты ғаиләләргә генә йөкмәтмәйбеҙ, был мәктәпкәсә белем биреүгә лә  ҡағыла.

Бөгөн беҙ иң яҡшы тәжрибәләрҙе әүҙем өйрәнәбеҙ һәм үҙ тәҡдимдәребеҙҙе әҙерләйбеҙ. Телде ғаилә менән өйрәнеү, ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың өйҙәге эше өсөн дә уҡыу материалдары булырға тейештер, моғайын. Беҙ күп теллелегебеҙ менән ғорурланабыҙ. Ошо күп теллелектең берҙәмлеге тағы ла ҙурыраҡ ғорурлыҡ уята, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас