Мәғариф
8 Сентябрь 2022, 10:38

Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтәсәк

Баш ҡалабыҙҙың «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында уҙасаҡ сара Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Пермь крайы, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 280 ҡатнашыусыны берләштерәсәк.

Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтәсәкТуған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтәсәк
Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтәсәк

Тәүге көндө делегат һәм ҡунаҡтарҙы тематик мәғариф кластерҙары һәм дискуссиялар, шулай бүләкләү тантанаһы көтә. Ә 10 сентябрҙә туған телдәрҙе уҡытыуға арналған күргәҙмә үтәсәк.

Төбәк-ара форум Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу менән тамамланасаҡ. Унда уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар туған телдәрҙе популярлаштырыу һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙа уларҙы өйрәнеү өсөн шарттар булдырыу буйынса теләк-тәҡдимдәрен уҡып ишеттерә ала. Республика етәксеһе туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларын Башҡортостандың дәүләт наградалары менән дә бүләкләйәсәк.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас