Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь 2022, 13:33

Уҡытыусының хеҙмәт хаҡы күпме булырға тейеш? Кем нисек уйлай?

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 58 проценты, мәктәп уҡытыусыларының хеҙмәт хаҡы  айына 100 мең һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш, тип иҫәпләй.

Уҡытыусының хеҙмәт хаҡы күпме булырға тейеш? Кем нисек уйлай?
Уҡытыусының хеҙмәт хаҡы күпме булырға тейеш? Кем нисек уйлай?

Һорау алыуҙы  hh.ru  платформаһының тикшереү хеҙмәте ойошторған.

 Тағы ла 19 проценты педагогтар 61 – 100 мең һум алырға тейеш, ти.

7 процентты 30 – 60 мең һум тип атаған.

Һорауға яуап биреүселәрҙең 2 проценты ғына уҡытыусыларҙың хеҙмәтен 30 мең һумға баһаларға мөмкин, тип билдәләй.

Өҫтәп әйтеп китәйек, Рәсәйҙә мәктәп уҡытыусыларының уртаса эш хаҡы 39,5 мең һумды тәшкил итә, Башҡортостанда – 38,4 мең һум.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: