Мәғариф
31 Август 2022, 07:52

Башҡортостан төҙөүселәре Лугансктағы мәктәпте ремонтланы

1 сентябрҙә Петровское мәктәбенә 357 уҡыусы барырға тейеш. Белем усағын төҙөкләндереүҙә 650-гә яҡын кеше ҡатнашҡан. Ул  35 көндә төҙөкләндерелгән.

Башҡортостан төҙөүселәре Лугансктағы мәктәпте ремонтланыБашҡортостан төҙөүселәре Лугансктағы мәктәпте ремонтланы
Башҡортостан төҙөүселәре Лугансктағы мәктәпте ремонтланы

 Бында инженер, биҙәкләү, дөйөм төҙөлөш, алғы яҡтағы эштәр башҡарылған, бөтә тәҙрәләр, ҡыйыҡтар, иҙәндәр тулыһынса алмаштырылған. Мәктәптә һыу менән тәьмин итеү өсөн инфраструктура әҙер, канализация, йылытыу системаһы монтажланған. Төҙөүселәр мәктәптең алғы яғын, шулай уҡ ҡыйығын һәм иҙәндәрен йылытҡан. Интернет селтәре лә үткәрелгән.

«Быға тиклем Петровский балалары ҡышын мәктәптә туңып, кластарҙа быйма кейеп ултыра торғайны, спорт залында шөғөлләнеү мөмкин түгел ине», - тип һөйләне агентлыҡҡа генераль подрядсының сәнәғәт-төҙөлөш компанияһы башҡарма директоры Георгий Нечаев. Бындағы мәктәп 1934 йылдан бирле ремонтланмаған.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас