Мәғариф
30 Август 2022, 08:37

Башҡортостан вәкилдәре Ҡурған өлкәһендәге милләттәштәребеҙҙе ҡыуандырҙы

Беҙҙең республиканың делегацияһы урындағы белем биреү һәм йәмәғәт ойошмаларына уҡыу әсбаптары, биҙәү стендтары, милли кейемдәр тапшырҙы.

Башҡортостан вәкилдәре Ҡурған өлкәһендәге милләттәштәребеҙҙе ҡыуандырҙыБашҡортостан вәкилдәре Ҡурған өлкәһендәге милләттәштәребеҙҙе ҡыуандырҙы
Башҡортостан вәкилдәре Ҡурған өлкәһендәге милләттәштәребеҙҙе ҡыуандырҙы

Бер ыңғайҙан Сафакүл районы башлығы Ансар Әхмәтйәнов, Әлмән районы башлығы Алексей Снежко, Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ильяс Бәҙретдинов, район хакимиәте вәкилдәре, йәмәғәтселәр һәм мәғариф өлкәһе вәкилдәре менән эшлекле осрашыуҙар ҙа үтте. Унда башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү, милли традицияларҙы һәм мәҙәниәтте һаҡлау буйынса саралар ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.

– Ҡурған өлкәһенең башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре менән даими бәйләнештәбеҙ. Төбәктә ун дүрт мең самаһы башҡорт тупланып йәшәй, шуға күрә милли ҡиммәттәрҙе һәм телде һаҡлау буйынса башланғыстарҙы һәм сараларҙы яҡлау көнүҙәк һәм кәрәкле. 2023 йылда мәҙәни сара уҙғарыу хаҡында килештек, шулай уҡ күренекле Ҡурған башҡорттарының – Ғәлимйән Тағандың һәм Шәриф Манатовтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса ла һөйләштек, - ти Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас