

Алғы яғы көпләнгән, йылытыу үткәрелгән, ашханала ремонт яһалған, ҡорамалдар, фойе, уҡыу кластары алмаштырылған. Яңы уҡыу йылынан интернат-лицейҙа 317 бала белем аласаҡ, уларҙың 128-е дөйөм ятаҡта йәшәй.
«Барыһы ла юғары кимәлдә эшләнгән. Балалар, ата-әсәләр, уҡытыусылар – барыһы ла ҡәнәғәт. Әлбиттә, ремонттан һуң лицейыбыҙға ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Күберәк балаларҙы ҡабул итеү мөмкинлеге булыр, тип ышанабыҙ, сөнки беҙҙә юғары кимәлдә белем бирелә», - тип иҫәпләй республика политехник интернат-лицейы директоры Венер Ришат улы Сабанчин.
Фото: Т. АМАНОВ.