Мәғариф
22 Август 2022, 12:45

Уҡытыусы-блогерҙар советы барлыҡҡа килде

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы ведомство Йәмәғәт советы ҡарамағындағы уҡытыусы-блогерҙар советы составын раҫланы. Уға 26 уҡытыусы-блогер инде. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа  социаль селтәрҙәрҙә аккаунттарын әүҙем алып бара һәм киң аудиторияһы булған ғәмәлдәге педагогтар.    

Уҡытыусы-блогерҙар советы барлыҡҡа килдеУҡытыусы-блогерҙар советы барлыҡҡа килде
Уҡытыусы-блогерҙар советы барлыҡҡа килде

Эксперт комиссияһы илдең 59 төбәгенән бөтәһе 270-тән ашыу ғариза ҡабул иткән. Яңы берекмәне булдырыуҙың маҡсаты - министрлыҡтың эксперт педагогтар берләшмәһе менән үҙ-ара килешеп эш итеүен көсәйтеү.

Совет мәғариф өлкәһендәге ҡарарҙарҙы  социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәт  итеп таратыу аша берҙәм мәғариф киңлеген тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк. Совет ағзалары мәғарифтың мөһим мәсьәләләрен тикшереүҙә ҡатнашасаҡ, башланғыстар менән сығыш яһаясаҡ һәм педагог һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән саралар тәҡдим итәсәк.

Һайлап алыуҙы уңышлы үткән кандидаттарҙың тулы исемлеген сайтта эҙләгеҙ: https://edu.gov.ru/blogsovet/

Карточкалар: https://disk.yandex.ru/d/Vtkfg86iLD6tXA

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас