

– Был «Йәшел шәмбе» акцияһы ҙур әһәмиәткә эйә. Беренсе класс уҡыусыһын мәктәпкә йыйыу, Росстат мәғлүмәттәре буйынса, гаджеттар, гөлләмәләрҙе иҫәпкә алмағанда, 20 – 25 мең һумға төшә. Кейем менән алмашыу акцияһы ата-әсәләрҙең аҙ ғына булһа ла аҡсаһын янда ҡалдырырға ярҙам итәсәк, – ти «Йәшелдәр» партияһының Мәскәү бүлексәһе рәйесе Александра Кудзагова.
«Йәшел шәмбе»гә мәктәп уҡыусыларына кәрәк булған барыһын да килтерергә мөмкин: мәктәп биштәрҙәре, пеналдар, кәнсә тауарҙары, мәктәп һәм спорт формаһы, смена өсөн тоҡтар, аяҡ кейеме, дәреслектәр, методикалар, дәфтәрҙәр, хатта ланчбокстар һәм һыу өсөн күп тапҡыр ҡулланыла торған шешәләр.
Төп шарт – әйберҙәр таҙа, йыртылмаған, боҙолмаған булырға тейеш. Бынан тыш, акцияға төрлө кейем, аяҡ кейеме һәм аксессуарҙар килтерергә мөмкин. Улар менән, халыҡ үтенесе буйынса, Өфөлә ай һайын алмашырға мөмкин.
Уҡыу кәрәк-яраҡтары менән алмашыу Милли музейҙа (Совет урамы, 14-се йорт), «Родина» кинотеатры фойеһында (Ленин урамы, 22-се йорт) һәм «Меркурий» тау саңғыһы комплексында (Кольцая урамы, 65) үтәсәк.
Әйткәндәй, был акция Өфөлә бишенсе тапҡыр ойошторола.