Мәғариф
16 Август 2022, 11:00

«Еңеү диктанты» үтәсәк

Республикабыҙҙа «Еңеү диктанты»н уҙғарыу өсөн 180-дән ашыу майҙансыҡ әҙерләнә. Улар музейҙарҙа, мәктәптәрҙә, китапханаларҙа, тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙә, Рәсәй ДОСААФ-ының урындағы бүлексәләрендә, балалар ижады үҙәктәрендә, университет, колледж һәм техникум аудиторияларында урынлашасаҡ.  

«Еңеү диктанты» үтәсәк«Еңеү диктанты» үтәсәк
«Еңеү диктанты» үтәсәк

Бынан тыш, теләүселәр «Өфө» аэропорты майҙансығында, Йәмәғәт палатаһы коворкингында, республика хәрби комиссариатында һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығында тест үтә ала.

Ҡатнашыу өсөн майҙансыҡ һайлап, диктантпобеды.рф сайтында алдан теркәлергә кәрәк. Тесты онлайн яҙырға мөмкин. Бының өсөн дә алдан теркәлергә кәрәк. Әле ойоштороусылар халыҡ-ара акцияла ярҙам итеү өсөн ирекмәндәр йыя.

«Быйыл Башҡортостандан 200-ҙән ашыу Еңеү ирекмәне йәлеп итеү күҙаллана. Ирекмәндәр навигацияла ярҙам итәсәк, майҙансыҡҡа тиклем оҙатасаҡ, бланктар таратасаҡ, шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың кеҫә телефонын ҡулланмауын күҙәтәсәк», - тип һөйләне «Еңеү ирекмәндәре» ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Тимур Ишҡарин.

«Еңеү диктанты» 3 сентябрҙә үтәсәк. Тест 25 һорауҙан тора. Барлыҡ теләүселәр ҙә ҡатнаша ала. Иң күп балл йыйған уҡыусылар юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡ.

Был акция дүртенсе тапҡыр үткәрелә. Үткән йылда бөтә донъя буйынса 1,5  миллион кеше белемен тикшереп ҡараған.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас