

– Бөгөн инвалидтар һәм сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлеге сикләнгән кешеләр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса «Абилимпикс» чемпионаты Башҡортостан Республикаһында масштаблы хәрәкәткә әйләнде. Беҙ чемпионат хәрәкәтендә ҡатнашҡан һәр кем менән ғорурланабыҙ. Еңеүселәрҙең «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» президент платформаһының «Мөмкинлектәр теплоходы» проектында ҡатнашыуы еңеүгә ынтылыуҙың асыҡ миҫалы. Ауыр тормош хәлендә ҡалған кешенең күп нәмәне йырып сығырға һәм уңышҡа өлгәшергә һәләтле булыуын сираттағы тапҡыр раҫлай, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Волга буйлап йылға круизы маршруты Рәсәйҙең 11 ҡалаһын үҙ эсенә алды: Мәскәү - Углич - Ярославль - Кострома - Түбәнге Новгород - Чебоксар - Ульяновск - Һамар - Һарытау - Волгоград - Әстерхан. Теплоход туҡталыштары ваҡытында экскурсия программалары Рәсәйҙең туристик мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Эшлекле программаға ярашлы, саҡырылған эксперттар менән лекциялар, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, стратсессиялар, мейе штурмдары лә үткәрелде.
Ғәзиз Яҡупов – «Абилимпикс» милли чемпионатының «Инженер дизайны» һәм «Виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡты уйлап сығарыусы» компетенцияларында Милли чемпионат еңеүсеһе. Ул сәйәхәт менән берләштерелгән ошондай ҙур сарала тәүгә ҡатнаша.
– Теплоходта тур, эшлекле программала ҡатнашыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Мин яңы таныштар һәм «Рәсәй - мөмкинлектәр иле» платформаһы проекттарында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән дуҫтар таптым, – ти ул.
Әйткәндәй, Волга буйлап круизда 350 бала ҡатнашты. «Сәйәхәткә ҡарағанда күберәк» программаһы бөтә ил буйынса перспективалы һәм һәләтле кешеләрҙе дәртләндереү өсөн булдырылған.
Фото: Т. АМАНОВ.