Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Август 2022, 08:00

«Башҡортостан мәктәптәрен тамамлаусыларҙың күбеһе ысын геройҙарға әүерелә»

12 августа «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәғариф буйынса республика кәңәшмәһенең пленар ултырышында сығыш яһаны. Быйыл август кәңәшмәһе «Глобаль (геосәйәси) саҡырыуҙар шарттарында берҙәм белем биреү киңлеге» темаһына арналды.

«Башҡортостан мәктәптәрен тамамлаусыларҙың күбеһе ысын геройҙарға әүерелә»
«Башҡортостан мәктәптәрен тамамлаусыларҙың күбеһе ысын геройҙарға әүерелә»

Төбәк етәксеһе уҡытыусылар берләшмәһе вәкилдәрен яҡынлашып килгән яңы уҡыу йылы менән ҡотланы һәм республиканың мәғариф системаһын үҫтереүҙең төп бурыстарын билдәләне.

– Быйыл Белем көнө – 1 сентябрь элекке байрамдарҙан айырыла. Беҙ илебеҙгә төрлө идеологик һәм санкция баҫымының бәрелешеүе шарттарында мәктәптәрҙе үҫтереүҙең яңы парадигмаһына күстек. Бөгөн беҙ башҡарырға тейешле иң мөһим бурыс – йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү. Тарихыбыҙға, идеалдарыбыҙға һәм әхлаҡи нигеҙҙәребеҙгә таянып, беҙ үҙебеҙ мәктәп белеме биреүҙең өҫтөнлөктәрен билдәләй һәм шәп балаларҙы уҡыта алабыҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Башҡортостан Башлығы бөгөн байтаҡ йәш егеттәрҙең махсус хәрби операция бурысын үтәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Шулай килеп сыҡты,  кисәге уҡыусылар Ватаныбыҙҙы һаҡлай. Өфө һәм Әбйәлил мәктәптәрен тамамлап, махсус хәрби операция бурысын үтәгән Максим Серафимов менән Тамерлан Илһамовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Башҡортостан мәктәптәрен тамамлаусыларҙың күбеһе ысын геройҙарға әүерелә. Ватаныбыҙ өсөн йәнен биргән яугирҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса саралар күреү мөһим. Муниципалитет етәкселәренән ошо мәсьәләгә етди иғтибар бүлеүҙәрен һорайым, – тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы шулай уҡ Башҡортостан Донбасс менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығыта, тип тә билдәләне. Ул Миңлеғәли Ша йморатов исемендәге 22-се Петровский мәктәбен тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн «Башҡортостан сода компанияһы» генераль директоры Эдуард Давыдовҡа компания коллективы лайыҡ булған Башҡортостан Башлығының рәхмәт хатын тапшырҙы.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына «Мәктәп мәғариф системаларын яңыртыу» федераль программаһының ғариза кампанияһында уңышлы ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путин башлап ебәргәйне. 2026 йылға тиклем Башҡортостанда бөтәһе 365 мәктәп бинаһы капиталь ремонтланасаҡ.  Быйыл уҡыу йорттарының яңыртылған 63 корпусы  асыла.

– Иҫке мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау президент программаһы һөҙөмтәле эшләй. 2026 йылға тиклем республикабыҙҙың һәр икенсе мәктәбен төҙөкләндерергә теләйбеҙ. Белем биреү йорттарының матди базаһын артабан да нығытырға тырышасаҡбыҙ, - тип өҫтәне Радий Хәбиров. Үҙ сығышын йомғаҡлап, төбәк Башлығы уҡытыусыларға намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе, республиканың дәүләт наградалары, шулай уҡ «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсы лауреаттарына дипломдар тапшырҙы.

Видеосәләмләү менән кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов мөрәжәғәт итте. «Мәғариф» милли проекты Рәсәйҙең мәктәптә белем биреү сифаты буйынса донъяның тәүге ун иле иҫәбенә инеүенә йүнәлтелгән, тип билдәләне ул.

– Был эштә төп ролде балалар өсөн уңайлы мөхит булдырған, уларға ярҙам иткән уҡытыусы уйнай, – тине министр. – Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителгән 2023 йыл алдынан педагогик һөнәрҙең абруйын нығытыу өҫтөндә артабан да эшләйәсәкбеҙ.

Рәсәй Мәғариф министрлығы халыҡтан илдең мәғариф системаһын камиллаштырыу тураһында тәҡдимдәр ҡабул итә, тип өҫтәне Сергей Кравцов. Уларҙы  министрлыҡтың электрон почтаһына  [email protected]. ебәрергә мөмкин. Сергей Кравцов шулай уҡ уҡытыусыларға һаулыҡ һәм яңы уҡыу йылында уңыштар теләне.

Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова мәғариф өлкәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән мөһим закон сығарыу башланғыстары хаҡында һөйләне. «Мәктәп белем биреү системаларын модернизациялау» федераль программаһын тормошҡа ашырыу ҙа улар иҫәбендә. Башҡортостан мәктәптәр һаны һәм уларға капиталь ремонт үткәреүҙе финанслау күләме буйынса ил төбәктәре араһында икенсе

– Беҙ Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы менән уңышлы хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Республика киләһе йылда был проектта ҡатнашыуға ғариза әҙерләне. Уны федераль кимәлдә уңышлы яҡлау өсөн бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, – тип билдәләне сенатор.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин мәктәп уҡыусыларын илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эше тураһында һөйләне. Быйыл илдең барлыҡ мәктәптәрендә, «Балалыҡ навигаторы 2.0» проектына ярашлы, тәрбиә буйынса директор советнигы вазифаһы индерелде. Республикала конкурс нигеҙендә 1,9 меңдән ашыу ошондай советник һайланған. Улар уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә ысын илһөйәрҙәр тәрбиәләргә, уҡыусыларҙың ижтимағи хәрәкәттәрҙә һәм проекттарҙа ҡатнашыуын көйләргә ярҙам итәсәк. Директорҙарҙың тәрбиә биреү буйынса кәңәшселәре ай һайын 15 мең һум күләмендә өҫтәмә ала башлай.

Министр Айбулат Хажин республикала шайморатов кластары стандартын ҡабул итеүҙәрен дә билдәләне. 11 октябрҙә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асыу тантанаһында Өфөнөң Совет майҙанында 82-се класлы шайморатовсыларға бағышлау тантанаһы була.

Пленар ултырыш аҙағында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы  һәм Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се Петровский мәктәбе (ЛНР) араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: