Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Август 2022, 09:10

Пленар өлөшөн онлайн-трансляция аша ҡарағыҙ!

Бөгөн  баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс-холында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика август кәңәшмәһе үтә. Быйыл ул «Глобаль (геосәйәси) һынауҙар шарттарында берҙәм белем биреү киңлеге» темаһына арнала.

Пленар өлөшөн онлайн-трансляция аша ҡарағыҙ!
Пленар өлөшөн онлайн-трансляция аша ҡарағыҙ!

Кәңәшмәгә ярашлы, ете майҙансыҡ эше планлаштырылған, унда илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, заманса мәктәптең берҙәм белем биреү киңлеге, мәктәпкәсә белем биреү, остазлыҡ институтын үҫтереү, һөнәри белем биреү системаһы, белем биреү сифаты һәм функциональ грамоталылыҡ мәсьәләләре ҡараласаҡ.

Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенә ярашлы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһының Миңлеғәли .Шайморатов исемендәге 22-се Петровсикй мәктәбе араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу һәм Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыларын бүләкләү тантанаһы ла уҙасаҡ.

Август кәңәшмәһенең пленар өлөшө көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Уның онлайн-трансляцияһын ошо һылтанма буйынса  https://www.youtube.com/watch?v=fPZ4sAKPbn8 ҡарай алаһығыҙ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: